2020 йылдың 14 октябрендә 10.30 сәғәттә Дәүләкән ҡалаһы, Коммунистик урамы, 28-се йорт адресы буйынса Рәсәй Тәфтиш Идаралығы БР буйынса Тәфтиш комитетының Шишмә район-ара тәфтиш бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы А.Н. Мөҙәрисов медицина ярҙамын тейешле кимәлдә йәки бөтөнләй күрһәтмәүгә, граждандарға хеҙмәт хаҡы түләүгә һәм коррупцион енәйәттәргә (шул иҫәптән етәкселек вазифаларын файҙаланып) бәйле һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итеү ойоштора.
Шишмә ҡасабаһы, Беренсе май урамы, 48-се йорт адресы буйынса йәки 8(34797) 2-29-41 телефоны аша эш көндәрендә 9.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем алдан яҙылырға мөмкин.
Үҙегеҙ менән шәхесте раҫлаусы документ алып килеү мотлаҡ.