+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Октябрь 2020, 23:00

Республика Көнөнә әҙерләнеп

Ҡала уртаһында урынлашҡан редакция бинаһының тышҡы торошон матурлау өсөн бинаның фасадына күптән түгел ремонт эшләнде, шулай уҡ уның периметры буйлап цемент түшәлде, ишеге алыштырылды, башҡа эштәр башҡарылды.

Редакция бинаһын һәм уның эргәһендәге территорияны төҙөкләндереү эшенән баш редактор Татьяна Сәғәҙиева етәкселегендәге хеҙмәткәрҙәр коллективы ла ситтә ҡалмай. Шулай, һәр аҙнаның йома көнөндә, көндөң икенсе яртыһында хәбәрселәр, версткалау буйынса инженерҙар, тәржемәселәр өмәгә әүҙем сыға.
Бына был юлы ла, Республика Көнө алдынан төҙөкләндереү эштәрен башҡарырға булдылар: территорияны һеперҙеләр, ҡыуаҡлыҡтарҙы ҡороған ботаҡтарҙан таҙарттылар, ҡойманы һәм ҡапҡаны иҫке буяуынан таҙартып, яңынан буянылар. Бар тирә-яҡ таҙарып, матурланып ҡалды.
Коллективтың тағы ла бер хыялы бар: хәбәрселәр аллеяһын булдырыу.
Һатып алынған бер нисә үҫенте редакция территорияһында ултыртылды. Был инде хәбәрселәр аллеяһын булдырыуға табан бер аҙым яһалды, тигән һүҙ.
Татьяна Бусарева.
Читайте нас: