+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Октябрь 2020, 11:50

Йәнбәк ҡайындары араһында

Самауыр сәйҙәре тәмле!

Данира Нәғим ҡыҙының йорто Яңы Йәнбәк ауылының иң күркәм урындарының береһе булған ҡайынлыҡҡа терәлеп ултыра. Ҡайынлыҡ йылдың һәр миҙгелендә ла матур: яҙын йәш йәшеллеккә төрөнә, йәй буйы бында ҡоштар моңо тынмай, ҡыштарын ҡайындарҙы мамыҡ юрған һымаҡ аҡ бәҫ ҡаплай, әле инде улар алтынһыу төҫкә ингән. Бында һауа ла икенсе һымаҡ, тын алыуҙары еңел. Балалар менән бергәләп ошондай хозурлыҡ уртаһында сәйҙәр эсеүгә ни етә!
Читайте нас: