+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Октябрь 2020, 16:00

Байрам хөрмәтенә - һүрәттәр конкурсы

Башҡортостан Республикаһы көнө йыл һайын 11 октябрҙә билдәләнә.Район Мәҙәниәт йортоноң ауылдарҙағы филиалдары, китаханалары ла был байрам сараларынан ситтә ҡалмай. Улар байрамға әҙерлек эштәрен алдан уҡ башлай.

Байрам Башҡорт Совет Социалистик Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итеүгә бағышланған.
Республикала дәүләт телдәре – башҡорт һәм рус телдәре.
Республика көнө ял тип иҫәпләнә. Был көндә бөтә ҡалаларҙа һәм райондарҙа байрам саралары: власть һәм йәмәғәтселек вәкилдәренең сығыштары, байрам концерттары, ижади коллективтарҙың сығышы, ат сабыштары, халыҡ өсөн байрамдар, төрлө шоуҙар, салюттар һәм фейерверктар ойошторола.
Район Мәҙәниәт йортоноң ауылдарҙағы филиалдары, китапханалары ла был байрам сараларынан ситтә ҡалмай. Улар байрамға әҙерлек эштәрен алдан уҡ башлай. Репетициялар үтә, төрлө конкурстар, күргәҙмәләр ойошторола.
Ивангород ауылы китапханаһында ла Республика көнөнә арналған төрлө саралар уҙғарыла. Мәҫәлән, китапханасы 8 октябрҙә 10.00 сәғәттә Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған һүрәттәр конкурсы ойошторҙо. Тәүҙә балалар менән улар тыуып-үҫкән, йәшәгән тыуған яҡтары, республика ҡалалары һәм йылғалары тураһында әңгәмә уҙғарылды. Шулай уҡ «Минең Республикам» тигән викторина ойошторолдо. Әңгәмә тамамланғандан һуң балаларға тыуған яҡтары тураһында һүрәттәр төшөрөргә тәҡдим ителде. Китапханала республикабыҙға арналған китаптар күргәҙмәһе лә ойошторолдо.
Артабан сараны дауам итеп балалар тағы ла бер һүрәттәр конкурсында ҡатнашты һәм «Урындағы башланғыстарға ярҙам-2020» программаһы сиктәрендә «Хыялыбыҙҙы тормошҡа ашырасаҡбыҙ» тигән темаға һүрәттәр төшөрҙө. Улар һүрәттәрендә һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәрен ремонтлау кәрәклеген сағылдырырға тырышты.
Читайте нас: