Мәҫәлән, Ҡыҙрас ауылынан Ралина һәм Самира Шәфиғуллиналар, Алина һәм Аделия Дәүләтбаеваларға был акцияла ҡатнашыу өсөн әллә ҡайҙа барып торорға ла кәрәкмәгән. Улар беҙҙең райондың йөҙөк ҡашы булған Асылыкүл буйында, Шарлама шарлауығы эргәһендә һәм кесе тыуған яҡтарының киң ҡырҙарында фотоға төшөп, уларҙы социаль селтәрҙәргә урынлаштырған.