-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Октябрь 2020, 18:30

Тамырҙары –Ҡаҙырғолдан

Лилиә Арыҫланова «Һылыуҡай» конкурсы еңеүсеһе

Татарстан Республикаһында быйыл тәүге тапҡыр башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай» конкурсы үткәрелде. Лилиә Айрат ҡыҙы Арыҫлановаға ла унда ҡатнашыу бәхете тейҙе. Һөҙөмтә бик яҡшы - Гран-при тап уға тапшырылды!
Ҡыҙҙың тамырҙары Дәүләкән районының Ҡаҙырғол ауылына тоташа. Атаһы Айрат Нурғәли улы Арыҫланов ошо ауылда тыуып үҫкән, бөгөн иһә ғаиләһе менән Татарстандың Саба районында ғүмер итә. Арыҫлановтар Ҡаҙырғолға йыш ҡайтып йөрөй, төп йортта аталары, олаталары Нурғәли бабай ҙа әлегә иҫән, Башҡортостандың төрлө райондарында йәшүсе туғандары ла бихисап. Шуға Лилиәнең был конкурста ҡатнашып, еңеүгә өлгәшеүе һис тә ғәжәп түгел. Башҡорт ҡаны үҙенекен итә – күрше республикала үҙ милләте менән ғорурланып, халҡыбыҙҙың йолаларын данлап йәшәй. Ҡыҙ Өфө ҡалаһында үтәсәк Бөтә Рәсәй «Һылыуҡай» конкурсында үҙе тыуып үҫкән республика данын яҡлаясаҡ. Беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа Лилиә Айрат ҡыҙына конкурста уңыштар теләйбеҙ, уны яҡташыбыҙ тип әйтергә тулы хоҡуғыбыҙ бар. Татарстанда йәшәгән башҡорт ҡыҙы, һис шикһеҙ, үҙен лайыҡлы күрһәтер!
Читайте нас: