+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Октябрь 2020, 15:45

Зауыҡлы биләмәләр йылы

Башҡортостанда 2020 йыл Зауыҡлы биләмәләр йылы тип иғлан ителде. Төп баҫым кешеләр өсөн уңайлы йәшәү шарттары булдырыуға, төҙөкләндереү кимәлен арттырыуға һәм республиканың тораҡ пункттарының тышҡы ҡиәфәтен формалаштырыуға йүнәлтелгән.Ошо уңайҙан Мәкәш ауылы китапханаһында «Йәшәй ауыл, гөрләй халыҡ» тигән китаптар күргәҙмәһе ойошторолған.

Ауылдарыбыҙ йылдан-йыл матурлана бара. Был бик ҡыуаныслы хәл, әлбиттә. Мәкәш ауылы ла йылдар уҙған һайын үҙгәрә, төҙөкләнә. Кесе тыуған илен матурлау, ауыл территорияһында тулы тәртип булдырыу – һәр кешенең бурысы, сөнки үҙеңдең әйләнә-тирәңдә йәм һәм матурлыҡ булдырыу, сүп-сарҙы теләһә ҡайҙа ташламау, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл мөғәмәләлә булыу, йорт яны участкаларын тәртиптә тотоу, ауылдың таҙалығы өсөн тырышыу - бик мөһим мәсьәлә. Беҙҙең ауыл халҡы ла ауылыбыҙҙың ер йөҙөндәге иң матур урындарҙың береһе булыуын теләй. Ә был иһә беҙҙең һәр беребеҙҙән тора!
Тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереү программаһы сикттәрендә Мәкәш ауылы китапханаһында «Йәшәй ауыл, гөрләй халыҡ» тигән китаптар күргәҙмәһе ойошторолған. Унда төҙөкләндереү һәм участкаларҙағы ландшафт дизайны, төҙөлөш һәм сәскәләр үҫтереү буйынса китаптар һәм журналдар урынлаштырылған. Китапханасы теләге булғандарҙы күргәҙмә менән танышырға саҡыра.
Читайте нас: