+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Октябрь 2020, 22:10

Ҡаланың таҙалығы – һәр кемдең бурысы

Дәүләкәндә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу өсөн контейнер майҙансыҡтарын төҙөү «Экология» милли проекты сиктәрендә алып барыла. Бөтәһе ошондай 20 майҙансыҡ төҙөү күҙаллана. Уларҙа 61 контейнер урынлаштырыласаҡ.

Һуңғы ваҡыттарҙа дәүләкәндәр, ҡала аша уҙғанда, урам киҫелештәрендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу өсөн яңы майҙансыҡтар барлыҡҡа килгәнен күрә.
Бер нисә көн элек бындай майҙансыҡ Урал һәм Октябрь урамдары киҫелешендә лә барлыҡҡа килде.
Майҙансыҡтар төҙөү билдәләнгән урындарҙа яуаплылығы сикләнгән «Райкомсервис» йәмғиәте тәүҙә капиталь әҙерлек эштәре алып бара – бетон нигеҙ түшәй, уларҙа тимер конструкциялар, ҡыйыҡ ҡуйыла, һуңынан сүп-сар йыйыу өсөн һауыттар урынлаштырыла.
Урал, 2-се Өфө, Р. Зорге һәм башҡа урамдарҙа йәшәүселәр билдәләүенсә, сүп-сар йыйылған территориялар һиҙелерлек таҙарған.
Бөтәһе ошондай 20 майҙансыҡ төҙөү күҙаллана. Уларҙа 61 контейнер урынлаштырыласаҡ.
Татьяна Бусарева.
Читайте нас: