-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Октябрь 2020, 21:25

Үткәндәргә барып әйләнегеҙ!

Бөгөндән алып Өфөлә үҙенсәлекле күренешкә шаһит булырға мөмкин.

"Башҡортостан тарихи көҙгөлә". Республика көнө айҡанлы Өфөлә ошо исем аҫтында архитектур инсталляция-күргәҙмә асыласаҡ. Уның сиктәрендә “Тарихтағы ирекмәндәр” исемле үҙенсәлекле проект та бойомға ашырыласаҡ.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, күргәҙмә һәр кемде үҙенә ҡыҙыҡлы төҙөлөшө менән ылыҡтырасаҡ. “Башҡортостан” дәүләт концерт залына ингән ерҙә урбанистик стилдә заманса инсталляцияны һынландырған кубтар ҡаршы аласаҡ. Уларҙың һәр береһе Башҡортостандың күп йыллыҡ тарихын сағылдыра. Береһендә видеопрезентация күрһәтелһә, икенсеһе – күргәҙмә ҡарарға килгән ҡунаҡтарҙы, ҡала урамдарын сағылдырған көҙгө. Был көҙгөләрҙең үҙенсәлекле урынлашыуы арҡаһында кешеләр үҙҙәрен республика тарихының бер өлөшө итеп хис итә ала.

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы майҙанында “Тарих ирекмәндәре” үҙ эшмәкәрлеген йәйелдерәсәк. Улар үткәндәргә ҡыҙыҡлы экскурсия ойошторасаҡ, ХХ быуат башында Башҡортостандың республика булараҡ формалашыуынан быға тиклем һирәк осраған дәлилдәр менән таныштырасаҡ.

“Башҡортостан тарих көҙгөһөндә” күргәҙмәһе “Башҡортостан” дәүләт концерт залында 9 октябрҙән алып 12-һенә тиклем эшләйәсәк. Төркөм менән экскурсиялар 11, 15, 19 сәғәттәрҙә ойоштороласаҡ.

Автор: Айгөл Йәмилева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/tk-nd-rg-barip-yl-nege-491762/
Читайте нас: