сөнки юл-транспорт фажиғәһе була ҡалһа, автомобилдә балалар креслоһы уларҙың ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.
Әммә ҡайһы бер ата-әсәләр әле һаман да автомобилдә барғанда баланы ҡулда тотоп йөрөтөргә мөмкин, тип уйлай. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, авария булған осраҡта, өлкән кеше баланы тотоп ҡала алмау ғына түгел, үҙенең кәүҙәһе менән уны баҫып үлтерергә лә мөмкин!
Ошоға бәйле, водителдәрҙе балаларының хәүефһеҙлегенә етдиерәк ҡарарға һәм улар өсөн махсус яйланмалы креслолар һәм хәүефһеҙлек ҡайыштарынан файҙаланырға саҡырабыҙ.
Йыл башынан автоинспекция хеҙмәткәрҙәре тарафынан автомобилдә балалар йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 160-тан ашыу осрағы асыҡланған. Был ҡағиҙәне боҙған өсөн 3000 һум админситратив штраф ҡаралған.
«Огибдд-Отдела-Мвд-России По--Давлекановскому-Району» төркөмө материалдарынан.