Республика көнө ял тип иҫәпләнә. Был көндә бөтә ҡалаларҙа һәм райондарҙа байрам саралары: власть һәм йәмәғәтселек вәкилдәренең сығыштары, байрам концерттары, ижади коллективтарҙың сығышы, халыҡ өсөн байрамдар, төрлө шоуҙар, салюттар һәм фейерверктар ойошторола.
Байрам сараларына әҙерлек күптән үк башланыуы тураһында яҙып киткәйнек инде. Бөгөн, 10 октябрҙә, ҡаланың үҙәк майҙанында Республика көнө уңайынан вәғәҙә ителгән сараларҙың бер нисәһе үтте.
Райондың мәҙәниәт, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, алтын ҡуллы оҫталар"Оҫта ҡулдар ял белмәҫ" тигән, үҙ ҡулдары менән эшләгән, бәйләгән төрлө әйберҙәрҙән торған, күҙҙең яуын алырлыҡ күргәҙмәлә ҡатнашты.
Һеҙҙе Республика көнө уңайынан байрам сараларында ҡатнашҡан алтын ҡуллы оҫталар - Мәкәш ауылынан "Оҫта ҡулдар" түңәрәгенә йөрөгән гүзәл ханымдар менән таныштырабыҙ. Улар төрлө төҫтәге сағыу йөн ептәрҙән бәйләп, үреп, ултырғыс, диван, карауат япмалары эшләү менән шөғөлләнә.
Түңәрәккә 10-дан ашыу ҡатын йөрөй. аҙнаһына ике тапҡыр мәҙәниәт йортонда йыйылалар. Унда улар бер-береһенә бәйләгән эштәрен күрһәтә, тәжрибәләре менән уртаҡлаша, яңы бәйләү алымдарын өйрәнә. Түңәрәккә Фәниә Мостафина, Рәйзә Әхмәтрәхимова, Лилиә Мәжитова, Нәсимә Заһитова, Нурия Мөфтәхова, Наилә Нурғәлиева, Ләйсән Фазрахманова, Зилә Кәбирова, Зөлфиә Ҡунаҡҡолова, Алевтина Хөснөтдиновалар ҙур теләк менән йөрөй.
Бөгөн 10 октябрҙә, улар ҡаланың үҙәк майҙанында Республика көнө уңайынан уҙғарылған байрамдағы күргәҙмәлә оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо һәм теләге булған һәр кемгә бындай сағыу япмаларҙың нисек эшләнгәнен күрһәтте. Улар эргәһендә урынлашҡан Ҡыҙрас ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре япмалар бәйләү өсөн кәрәкле ептәр өсөн йөндө нисек әҙеләгәндәрен күрһәтте. Тәү сиратта йөндө тетәләр, артабан иләйҙәр, сираталар, шунан аяҡлайҙар. Һуңынан инде төрлө төҫтәргә манып, йомғаҡтарға урайҙар. Нисек аяҡларға кәрәклеге менән Ҡоръятмаҫ ауылы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре таныштырҙы. Шулай уҡ ептәрҙе лә улар йомғаҡтарға ураны.
"Оҫта ҡулдар"ға йөрөгән ханымдар тәжрибәләре менән бик теләп уртаҡлаша. Бына бөгөн дә улар теләге булған һәр кемде түңәрәктә көтөп ҡалыуҙарын белдерҙе.