-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Октябрь 2020, 18:00

Таштарында - йәйғор нурҙары

Республика көнө уңайынан байрам сараларында ҡатнашҡан алтын ҡуллы оҫталарҙың береһе - Любовь Михайдарова . Ул тәбиғи таштарҙан төрлө биҙәүестәр эшләп кешеләрҙе һөйөндөрә.

Республика көнө ял тип иҫәпләнә. Был көндә бөтә ҡалаларҙа һәм райондарҙа байрам саралары: власть һәм йәмәғәтселек вәкилдәренең сығыштары, байрам концерттары, ижади коллективтарҙың сығышы, халыҡ өсөн байрамдар, төрлө шоуҙар, салюттар һәм фейерверктар ойошторола.
Байрам сараларына әҙерлек күптән үк башланыуы тураһында яҙып киткәйнек инде. Бөгөн, 10 октябрҙә, ҡаланың үҙәк майҙанында Республика көнө уңайынан вәғәҙә ителгән сараларҙың бер нисәһе үтте.
Райондың мәҙәниәт, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, алтын ҡуллы оҫталар үҙ ҡулдары менән эшләгән, бәйләгән төрлө әйберҙәрҙән күҙҙең яуын алырлыҡ күргәҙмәләр ойошторғайны. Унда ҡатнашҡан алтын ҡуллы оҫталарҙың береһе - Любовь Михайдарова . Ул тәбиғи таштарҙан төрлө биҙәүестәр эшләп кешеләрҙе һөйөндөрә. Үҙегеҙ тураһында бер аҙ һөйләп китегеҙ әле, тигәс, ул:
"Ҡатын-ҡыҙҙарҙа матурлыҡ, нәзәкәтлек менән һоҡланыу кескәй саҡтан уҡ һалыналар, моғайын, - тине. - Мин дә үҙемде белә башлағандан бирле төрлө биҙәүестәргә мөкиббән китә торғайным. Үҫкәс, үҙем дә уларҙы эшләргә өйрәнәсәкмен, тип хыялландым. Йылдар үтте, хыялым торомшҡа ашты. Хәҙер төрлө муйынсаҡтар, брошкалар, сәс ҡыҫтырғыстар, алҡалар эшләү менән мауығам. Шулай уҡ үҙем уйлаған эскиздар буйынса башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының түшелдеректәрен дә яһайым. Был шөғөлөм үҙемә бик оҡшай, сөнки төрлө тәбиғи таштарҙан береһе икенсеһенә! оҡшамаған биҙәүестәр әҙерләргә мөмкин.
Үҙем Өфө ҡалаһында йәшәйем. Биҙәүестәр өсөн материалдарҙы һәр айҙың өсөнсө ялында Екатеринбург ҡалаһында уҙғарылған күргәҙмәнән барып һатып алам. Төрлө күргәҙмәләрҙә, конкурстарҙа йыш ҡатнашам, дөрөҫөрәге береһен дә ҡалдырғаным юҡ. Бына бөгөн дә Дәүләкән ҡалаһында байрамда ҡатнашырға саҡырыу алғас, шатланып риза булдым, сөнки бындай зауыҡ кешеләрҙең кәйефен күтәрә бит".
Эйе, Любовь Михайдарова эшләгән биҙәүестәрҙә ҡояштың алтын ептәре аллы-гөллө йәйғор төҫтәренә инеп сағыла. Һеҙ ҙә ҡарағыҙ, баһалағыҙ.
Читайте нас: