+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Октябрь 2020, 17:10

Байрам менән, яҡташтар!

Һеҙҙе ҙур байрам менән ҡотлап, иғтибарығыҙға яҡташыбыҙ Гөлфиә Шәүәлиева ижад иткән "Башҡортостан, алға!" тигән йырға төшөрөлгән видеояҙма тәҡдим итәбеҙ.

Башҡортостан Республикаһы көнө йыл һайын 11 октябрҙә билдәләнә.
Байрам Башҡорт Совет Социалистик Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итеүгә бағышланған.
Республика көнө ял тип иҫәпләнә. Был көндә бөтә ҡалаларҙа һәм райондарҙа байрам саралары: власть һәм йәмәғәтселек вәкилдәренең сығыштары, байрам концерттары, ижади коллективтарҙың сығышы, халыҡ өсөн байрамдар, төрлө шоуҙар, салюттар һәм фейерверктар ойошторола.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, байрам саралары Ҡаланың үҙәк майҙанында бөгөн, 11 октябрҙә, дауам итә. 19.00 сәғәттә ҡаланың үҙәк майҙанында республиканың билдәле артистары ҡатнашлығында концерт прогаммаһы һәм фейерверк көтөлә. Бөтәгеҙҙе лә унда ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Беҙ ҙә яҡташтарыбыҙҙы байрам менән ҡотлайбыҙ. Ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, ҙур уңыштар, киләсәктә лә күп милләтле республика халҡының дуҫ һәм татыу йәшәүен теләйбеҙ. Республикабыҙ тик алға ғына атлаһын, сәскә атһын!
Читайте нас: