Байрам сараһы Мостай Кәримдең "Ҡайын япрағы тураһында" тигән шиғырын уҡыуҙан башланып китте. Китапханасы башҡорт теленең матурлығын һәм байлығын билдәләп үтте, "Хикмәтле лә, биҙәкле лә туған тел" тигән китаптар күргәҙмәһендә лайыҡлы урын алған башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙарының китаптары менән таныштырҙы. Артабан ул уҡыусыларға байрамдың барлыҡҡа килеү тарихы, республиканың дәүләт символдары тураһында һөйләне. Балаларҙың иғтибарына шулай уҡ Башҡортостандың тәбиғәте, ҡалалары, данлыҡлы кешеләре, тыуған яҡтың күп һанлы ҡиммәттәре хаҡында һөйләүсе "Сәскә ат, гүзәл Республикам!" тигән күргәҙмәгә урынлаштырылған китаптар менән таныштырҙы. Артабан уҡыусылар республикабыҙ территорияһында йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәте, йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында китапханасы апайҙары һөйләүен ҙур иғтибар менән тыңланы. "Халҡымдың аҫыл хазинаһы" тигән күргәҙмәлә республикабыҙҙың күп милләтле халҡының йәшәйеше, сәнғәте, милли музыка ҡоралдары, уйындары, бейеүҙәре һәм аш-һыуҙары тураһында әҙәбиәт урынлаштырылғайны. Сара барышында алынған белемдәрҙе нығытыу маҡсатында уның һуңында викторина үткәрелде. Балалар һорауҙарға яуап бирҙе һәм республикабыҙ хаҡында яҡшы белем күрһәтте. Ҡурай көйҙәре аҫтында уҡыусылар тыуған яҡ тураһында шиғырҙар һөйләне. Сара бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс уҙҙы һәм бөтәһенә лә оҡшаны.