+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Октябрь 2020, 16:25

2020 - Хәтер һәм дан йылы

Хөрмәтле дәүләкәндәр!Бөйөк Ватан һуғышы ветераны тураһында мәғлүмәт алынды.

Әгәр ҙә һеҙгә 1917 йылда тыуған Минеғолов Яҡуп Теләҡол улы тураһында мәғлүмәттәр булһа, беҙгә хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ.
Табылған һалдат медальонынан түбәндәгеләр билдәле булды: ул БАССР-ҙың Дәүләкән районы Исмәғил ауыл Советы территорияһында тыуған, Дәүләкән ҡалаһы, Көнсығыш урамы, 57-се йортта йәшәгән. 1941 йылдың июнендә Дәүләкән районы хәрби комиссариаты тарафынан Совет Армияһы сафтарына алына. 170-се уҡсылар дивизияһында һуғыша.
Шулай уҡ әсәһе тураһында ла мәғлүмәттәр бар. Уның исеме - Минеғолова Ғәтифә Шәфитҡәр (?_) ҡыҙы.
"Дәүләкән районы хакимиәте" төркөмө материалдарынан.
Читайте нас: