-6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Октябрь 2020, 19:20

Өршәк буйҙарына көҙ килгән...

Моңһоулыҡ һиҙелә..

Тулҡындар ҙа ҡарағусҡыл төҫкә ингән, һыу өҫтөндә һарғылт-ҡыҙыл япраҡтар бәүелә. Ҡоштар тауышы ла тынған, уның ҡарауы яр буйы тулы –ҡаҙ. Улар һыуҙан ап-аҡ булып, таҙарынып килеп сығалар ҙа, рәхәтләнеп ҡағыналар. Кинәнеп йылғала йөҙәләр, сумып-сумып һыу төбөнән аҙыҡ эҙләйҙәр, ара-тирә тулҡындар йомроланып таралып китә – балыҡтар һикергеләй, күрәһең. Өршәк буйы һил, тыныс. Тыныслыҡта күңел дә тынысланып ҡалғандай тойола, йәнгә рәхәтлек тарала.
Читайте нас: