Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ярашлы, тәүлектең ҡараңғы ваҡытында юл аша сыҡҡанда, юл ситенән хәрәкәт иткәндә, йәиһә күреү шарттары насар булғанда, йәйәүлеләргә яҡтыртҡыс ҡайтарыусы элементтар йөрөтөргә тәҡдим ителә. Ә ҡала ситендә булғанда, был элементтар булған әйберҙәрҙе водителдәргә күренерлек итеп йөрөтөүҙең мотлаҡ икәнен иҫтән сығармаҫҡа кәрәк.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларығыҙҙы Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтергә өйрәтегеҙ. Уларҙың тәүлектең ҡараңғы ваҡытында «яҡтыртылыуы» тураһында хәстәрләгеҙ. Балаларығыҙҙың кейемендә водителдәргә уларҙың юлдан барыуын күрһәтеүсе яҡтылыҡ ҡайтарыусы элементтар булдырыу сараларын күрегеҙ. Ҡара төҫтәге кейемдә бәләкәй йәйәүлеләрҙең водителдәргә яҡшы күренмәүҙәре, тимәк, уларға тапалыу ҡурҡынысы янауы тураһында онотмағыҙ.