Юғары награда - "Әсәлек даны" миҙалын беҙҙең ҡалала йәшәүсе биш бала тәрбиәләгән Людмила Штефенға тантаналы шарттарҙа Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров тапшырҙы. Шундай уҡ миҙал менән беҙҙең ҡалала йәшәүсе күп балалы әсә Лилиә Краснокутская ла бүләкләнде.