Беренсе класта уҡыған ҡыҙҙары Аделинаның саф башҡорт телендә матур итеп шиғыр һөйләүе ҡалай һоҡланғыс. Ата-әсәһенә “Афарин!” тиеүҙән башҡа һүҙ юҡ. Ҡырыҫ Себер яҡтарында тыуған Башҡортостаныбыҙҙың данын, телебеҙҙең матурлығын, йолаларыбыҙҙың күркәмлеген арттырып, ошондай рухлы балалар тәрбиәләгән яҡташтарыбыҙ ғорурлыҡ тойғолары уята. Айҙар Өршәк буйында, Ҡаҙырғол ауылында тыуып үҫкән егет. Билдәле булыуынса, танылған артистар, күренекле эшмәкәрҙәр араһында ошо йылға һыуын эсеп үҫкәндәр ҙә бар. Рәмилә Сәлимгәрәева, Әхиәр Хәкимов, Ғәзим Туҡаевтарҙың исемдәрен әйтеү ҙә етәлер. Әйткәндәй, композитор Риф Арыҫландың да туғанлыҡ ептәре ғаилә башлығының нәҫеленә барып тоташа. Айҙар менән Риф – туғандар. Һәләтле нәҫел данын һәләтле балалар дауам итә. Ҡурсаҡ кеүек матур, һөйкөмлө ҡыҙыҡайға киләсәктә яңы бейеклектәр теләйек. Танытыр әле ул үҙен!