-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Октябрь 2020, 00:50

Бөгөн - халыҡ-ара Икмәк көнө

Бөгөн халыҡ ара Икмәк көнө икән .Хлеб всему голова йәки изба красна не углами , а пирогами рустарҙың әйтеме менән килешәһегеҙҙер тип уйлайым .Әллә ниндәй хан һыйҙары ашап ултырһаң да , өҫтәлдә икмәк булмаһа тамаҡ та туймай , өйҙә йәм дә булмай .

Әсәйем һауынсы булып эшләне . Икмәкте үҙе һала торғайны . Күп ваҡыт өлгөрмәгәндер , һатып ала инек . Биш бала булдыҡ . Көн һайын эшкә киткәндә бер һум аҡса биреп китә . Икмәк алығыҙ тип . Пекарняға барып икмәк бешеүен көтөп тороп , мейестән яңы ғына сыҡҡан эҫе икмәкте алып ҡайта инек . Бер һумға биш икмәк килә . Ҡайһыла һеңлем йәки ҡустым эйәреп бара . Ҡайтып еткәнсе бер икмәкте ашап бөтәбеҙ . Әсәй эштән ҡайтыуға өс икмәк ҡала ине . Берәүһен киске ашта ашайбыҙ . Икенсеһен иртәнсәк һәм өсөнсөһен төшкөһөн . Әсәй биштә киске һауынға китә тағы бер һум ҡалдыра . Үҙенең ялында ҡомалаҡ әсетеп күп итеп икмәк һала ине . Табаҡ табаҡ пирожки бешерә , ҡоймаҡ ҡоя .
Ауыл балалары бөтәһе лә шулай үҫкәндер инде ул ваҡытта . Наҙланып , һайланып ултырманыҡ . Алдыбыҙға ни килә шуны йыпырып ҡуйыр инек . Ашауға ла шәп булдыҡ , эште лә һыпырып эшләнек . Мин өйҙә иң өлкән ҡыҙ булараҡ барлыҡ өй эше миңә йөкмәтелә ине . Аяғым ауыртҡас мине артыҡ ауыр эштәргә ҡушмай инеләр . Бесәнгә йөрөтмәнеләр . Әсәйем , өйҙәге эште бөтөрөп ултырыуың үҙе ҙур эш ти торғайны . Кер йыуыу , өй таҙалау , ашарға бешереү , бәләкәстәрҙе ҡарау минең өсөн ғәҙәти эштәр ине . Бәләкәйҙән ҡамыр менән булышырға яраттым . Журналдарҙан ҡырҡып алынған рецептарҙан ҡарап төрлө тәмлекәстәр бешереп ҡаңғыра торғайным . Әлбиттә , килеп сыҡмаһа әсәйҙән әрләнгән саҡтар ҙа булды . Он әрәм итеп донья боларта ла йөрөйһөң тиер ине . Күңелеңдә булһа ғына бешереү төшөрөүҙең бөтә нескәлектәренә өйрәнеп бөтәһең . Ҡамыр менән булышыу күңелемә ятҡан һөнәрҙең береһе . Ғаиләмде тәмле ашатыу , ҡунаҡтарымды матур итеп һыйлау ҡаныма һеңгән .
Үҙемде икмәк бешереүҙең оҫтаһы тип һис ҡурҡмай әйтә алам . Ҡомалаҡ икмәгенә бик һирәктәр оҫта . Илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән килгән рәхмәт хаттары минең эшемә ҙур баһа . Әхирәттәремә ҡунаҡҡа барырға йыйынһам да , Миңзифа , икмәктән башҡа күстәнәс алып килмә тип кенә торалар . Күстәнәскә сумка сумка икмәк тейәп Сибайына ла Уфаһына ла сығып китә торғайным . Мынау ҡороғорвирусы тиҙерәк үтеп китһен дә , тағы ла ҡунаҡҡа йөрөшөүҙәр дауам итер Алла бирһә .
Икмәктән дә Оло байлыҡ юҡ . Ошо йәшәү рәүешебеҙҙән яҙҙырмаһын . Илебеҙ тыныс торһон . Доньяла бер кем дә ауырымаһын . Өҫтәлебеҙҙә һәр саҡ самауыр гөжләһен , өй эсенә яңы мейестән сыҡҡан икмәк еҫе таралһын . Сәй эсергә килегеҙ .
Уңған хужабикәләрҙе , икмәк бешереү оҫталарын һәм шул икмәкте үҫтереүселәрҙе Оло байрам менән ҡотлайым . Ҡулдарығыҙҙан һөйөнөгөҙ . Оҙон оҙаҡ бәхетле тормошта ғүмер итегеҙ . Һәммәгеҙ ҙә .
Минзифа Ҡашҡарова.
https://vk.com/tainuy
Читайте нас: