-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Октябрь 2020, 00:35

Бар байлығым - балалар

Флория Әхсән ҡыҙы Камалова Дәүләкән ҡалаһының 1-се һанлы "Ромашка" балалар баҡсаһында 30 йылдан ашыу эшләй. Ентекләберәк гәзитебеҙҙең сайтында уҡығыҙ.

"Шунса йылдар тәрбиәсе булып эшләүемә бер ҙә үкенмәйем. Балалар - ул шатлыҡ, минең өсөн иң ҡәҙерле байлыҡ. Минең өсөн сит балалар юҡ, шуға һәр баланы ңҙемдекеләй күрәм. Беҙ, тәрбиәселәр, - баланың һәм уның ғаиләһенә ингән кешеләр, сөнки ата-әсәләр беҙгә үҙҙәренең балаларын ышанып тапшыра. Ата-әсәләрҙең беҙгә булған ышанысын юғалтмаҫҡа, киреһенсә нығытырға кәрәк", - тип һөйләй 30 йыллыҡ эш стажы булған тәрбиәсе Флория Әхсән ҡыҙы Камалова.
Флория изге күңелле булыуы, ярҙам итергә, белмәгән нимәне өйрәтеп ебәрергә әҙер тороуы, ҡөнәри оҫталығы менән ул коллективтағы тиңдәштәре араһында ла, йәштәр араһында ла ҙур ихтирам яулаған. Унда бөтәһе лә: эш һөйөүсәнлек тә, һөнәренә һәм балаларға ҡарата һөйөү хисе лә, педагогик оҫталығын камиллаштырыуға ынтылыш та бар.
Ҡайғыртыусанлығына һәм наҙына балалар ҙа шуның менән яуап ҡайтара.Балалар уларҙы яратыусыларҙы күңеле менән тойоуы, бер кем өсөн дә сер түгел.
- Флория Әхсән ҡыҙы беҙҙә эшләгән йылдарында үҙен белемле, ижади эшләүсе, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү методикаһын яҡшы белгән тәрбиәсе итеп танытты. Уларҙы хеҙмәткә өйрәтә, кескәйҙәр менән бергәләшеп төрлө ҡул эштәре менән шөғөлләнә, конкурстарҙа ҡатнаша, улар өсөн байрамдар һәм төрлө саралар әҙерләй. Тәрбиәсе үҙенең бар белемен,тжрибәһен йәш коллегаларына өйрәтә, - ти уның тураһында 1-се балалар баҡсаһы мөдире Ирина Алексеевна Скорина. - Ф.Ә. Камалованың тәрбиәләнеүселәре - кеше менән аралашыусан, төрлө яҡлап үҫешкән балалар.
Татьяна Бусарева.
Читайте нас: