+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Октябрь 2020, 00:00

Гәзиткә яҙылыусыларҙы йәнә бүләктәр көтә

Ресторан «районка»ға яҙылыусыларҙы ҡунаҡҡа саҡыраНиндәй ресторан икәнен беҙҙең гәзиттең сайтында уҡығыҙ.

Район гәзите редакцияһы 2021 йылдың беренсе ярты йыллығына гәзит-журнадарға яҙылыу кампанияһының тулы ҡеүәтенә барыуы хаҡында дәүләкәндәрҙең иҫенә төшөрә. Ә был, тимәк, - сираттағы ярты йылда ҡалабыҙ һәм районыбыҙҙа үткән ваҡиғалар тураһында хәбәрҙар булыу өсөн «Асылыкүл» - «Балҡантау» район гәзитенә яҙылырға ваҡыт етте, тигән һүҙ. Район һәм республика яңылыҡтары, үтәсәк саралар тураһында мәғлүмәттәр, Дәүләкән ерендә йәшәгән һәм тырышып эшләгән лайыҡлы яҡташтарыбыҙ хаҡында мәҡәләләр, беҙҙең аранан киткәндәрҙе иҫкә алыуҙар, ҡала һәм ауыл халҡы тормошо, һауа торошо, һатыу-алыуҙар, хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса иғландар – был мәғлүмәттәрҙе башҡа урындарҙан да табып була, әлбиттә. Ә гәзиттә иһә улар һеҙҙең өсөн йыйылған һәм һеҙгә күпме кәрәк, шунса һаҡлана ала.
Гәзитте ҡулға алыу менән яңылыҡ белергә, йәки уға бер-ике йылдан яңынан әйләнеп ҡайтырға, уҡып сығырға һәм ваҡиғаларға икенсе күҙҙән ҡарарға, ысынбарлыҡтың айышына төшөнөргә һәм үҙең өсөн тейешле һығымталар яһарға мөмкин. Коронавирус таралған ауыр мәлдәр ҙә артта ҡалыр, үҙебеҙҙең һәм яҡындарыбыҙҙың сәләмәтлеген ҡайғыртһаҡ, уларҙы уҙғарып ебәрербеҙ. Һәм бер нисә йылдан ҡулыбыҙға битлектәр кейгән кешеләр һүрәтләнгән гәзитте алырбыҙ ҙа, үтеп киткән ваҡиғаларҙы тарих итеп кенә иҫләрбеҙ. Оло йәштәгеләргә аҙыҡ-түлек килтергән ирекмәндәр, ситтән тороп эшләүҙәр, өлкән быуын кешеләре өсөн үҙаллы изоляция тураһындағы яҙмаларҙы уҡығанда ниндәй хистәр кисерербеҙ икән? Ваҡыт күрһәтер, әлбиттә. Ниндәй генә хәл-ваҡиға булһа ла, гәзит һәр саҡ алғы һыҙыҡта: ул бөгөнгө яңылыҡтарҙы киләсәк быуындар өсөп теркәп ҡуясаҡ. Шуға, уның менән айырылышырға ашыҡмағыҙ!
Оҙаҡламай яҙылыусылар өсөн йолаға әйләнгән бүләктәр уйнатыу ҙа башланасаҡ. Уларҙың бөтәһе лә гәзитебеҙҙе даими уҡыусыларҙы дәртләндереү өсөн «Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт йорто тарафынан әҙерләнгән. Беҙ еңеүселәрҙе үҙебеҙгә саҡырып, уларға бүләктәрен тапшырасаҡбыҙ һәм был юлы уңыштың кемгә йылмайыуы тураһында һөйләйәсәкбеҙ. Үҙебеҙҙең уҡыусыларыбыҙҙы дәртләндереүҙең яңынан-яңы төрҙәрен уйлап сығарабыҙ.
Уҙған йылда подписчиктарыбыҙ бүләктәрҙән тыш ҡалабыҙ магазиндарына сертификаттар, бассейнға барыу өсөн абонементтар, ғаилә менән бушлай фотосессияла ҡатнашыу мөмкинлеге алды.
Был юлы гәзит уҡыусыларыбыҙҙы «Дим» рестораны байрам табынына саҡыра. Был сюрприз гәзиткә почтала түгел, ә редакцияла альтернатив яҙылғандар араһында уйнатыла. Ул ике тапҡырға тиерлек осһоҙораҡ. Ҡала үҙәгендә йәшәүсе дәүләкәндәр альтернатив яҙылыуҙан бик күп йылдар файҙалана һәм гәзиттәрен редакциянан үҙҙәре килеп ала.
Предприятиелар, ойошмалар, учреждениелар хеҙмәткәрҙәренә илтеп биреүҙе ойошторҙоҡ. Сыҡҡан көнөндә гәзитте уҡыусыларыбыҙҙың эшләгән урындарына илтеп бирәбеҙ. Хеҙмәттәшлектең был төрө йылдар дауамында яйға һалынған. Осһоҙ һәм уңайлы килеп сыға.
Ҡалабыҙ предприятиеларының бындай подписканан файҙаланмаған хеҙмәткәрҙәре, мотлаҡ ошолай эшләп ҡарағыҙ.
Бүләк уйнатыуҙа еңде
«Дим» ресторанында уҙасаҡ байрам табынына ике кешелек саҡырыу ҡағыҙын 3-сө башҡорт гимназия-интернатының башланғыс кластар уҡытыусыһы Зимфира Йәдкәр ҡыҙы Вәлиева отто.
Ул район гәзитенә 2021 йылдың беренсе ярты йыллығына альтернатив яҙылған һәм бүләктәр уйнатыу хоҡуғына эйә булған. Һәм уңыш был юлы тап уға йылмайған. Зимфира ханым менән бергә гәзиткә уның һигеҙ коллегаһы ла яҙылған. Редакция уларға гәзитте быға тиклем эшләгән кеүек, хеҙмәт урындарына илтеп бирәсәк. Әйткәндәй, уларҙың бөтәһе лә октябрь башында үткән подписка ун көнлөгө ваҡытында яҙылған, шуға ярты йыллыҡ подписка хаҡы - ни бары 570 һум.
Яҙылыу кампанияһы дауам итә. Кемдәр яҙылып өлгөрмәгән, быны эшләргә ашығығыҙ. Һеҙҙе төрлө сюрприздар һәм бүләктәр көтә.
Беҙҙең менән ҡалығыҙ – беҙ һеҙҙең өсөн эшләйбеҙ!
Татьяна Сәғәҙиева.
Читайте нас: