0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Октябрь 2020, 02:50

Дәүләкәндә ситтән килгән кеше талаусылар эш иткән

Дәүләкәндә ситтән килгән кеше талаусылар эш иткән.Улар ҡылған енәйәттәр язаһыҙ ҡалмаған. Ентекләберәк беҙҙең гәзиттең сайтында уҡығыҙ.

Эске эштәр министрлығының БР буйынса матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 14 октябрҙә Дәүләкәндә ике енәйәт теркәлгән. 23 һәм 28 йәшлек ике егет тәүҙә аяҡ кейемдәре магазинынан һатыусының кәрәҙле телефонын урлай. Артабан автомобилдәр туҡталҡаһына йүнәләләр һәм ундағы машинаның тәҙрәһен кирбес менән ватып, салондағы шәхси әйберҙәргә «айыу майы һөртәләр».
Ваҡиға урынына оператив тәфтиш төркөмө килә. Күҙәтеү камераларынан алынған видеолар буйынса полицияның патруль экипаждарына ориентировкалар ебәрелә. Ғәйепләнеүселәр тиҙ арала ҡулға алына.
Улар күрше Әлшәй районының Раевка ауылынан булып сыға. Ҡулға алынғандарҙың береһе енәйәт эшләүҙәре менән тулыһынса килешә. Элегерәк был икәү Дәүләкәндә магазиндан бер шешә араҡы урларға маташа, әммә уларға һатыусы ҡамасаулай. Әле ҡулға алыныусыларҙың Әлшәй районындағы ошондай уҡ енәйәттәргә ҡатнашлығы бармы-юҡмы икәнлеге тикшерелә. Уларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Галина Бурдилева.
Читайте нас: