-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Октябрь 2020, 15:15

Районыбыҙ ғорурлығы

Танылған яҡташыбыҙ, шағирә, драматург, фольклорсы, тәржемәсе, БР Яҙыусылар Союзы ағзаһы, филология фәндәре кандидаты Рәсимә Минебулат ҡыҙына бөгөн 70 йәш тулған булыр ине.Ошо уңайҙан ниндәй саралар үтә, гәзитебеҙҙең сайтынан уҡығыҙ.

Ул 1950 йылдың 19 октябрендә Дәүләкән районы Яңы Яппар ауылында тыуған. 1974 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамалаған. Төп эшен балалар өсөн ижад менән аралаштырып алып барған. «Баҙарҙағы матур ҡашыҡ», «Тәмле, тәмле, тәмлекәс» исемле шиғри, «Ер түңәрәк» тигән пьесалар йыйынтыҡтары донъя күргән. Уның шиғырҙарына бик күп йырҙар ижад ителгән.
Бөгөн билдәле яҡташыбыҙҙы иҫкә алыу кисәләре ойошторола. Мәҫәлән, Ивановка ауылы китапханасыһы 6-сы класс уҡыусылары өсөн яҡташыбыҙҙың 70 йыллыҡ юбилейына арналған «Рәсимә Ураҡсина – Дәүләкән районы ғорурлығы» тигән әҙәби сәғәт уҙғарған.
Унда уҡыусылар шағирәнең биографияһы һәм тормош юлы менән танышҡан, уның Дәүләкән районы, Яңы Яппар ауылынан булыуы тураһында белгән.
Китапханасы балаларға шағирәнең яҡшы, кешелекле уҡытыусы булыуы, шиғырҙарының тыуған яҡҡа һөйөү менән һуғарылыуы тураһында һөйләгән. Уҡыусылар Р. Ураҡсинаның «Тыуған ерем – торған ерем» тигән китабын ҡысҡырып уҡыған.
Ошондай уҡ сара Ҡоръятмаҫ ауылы китапханаһында ла үткән.
Читайте нас: