-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Октябрь 2020, 17:50

Юҡлығына күңел ышанмай

Ошо фотоһүрәтендә ул кисә генә төшкән һымаҡ тойола

Шағирә, фольклорист, балалар яҙыусыһы Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуына бөгөн, 19 октябрҙә, 70 йыл тулды.
Уны күберәге балалар яҙыусыһы итеп беләләр. Ысынлап та, яҡташыбыҙҙың шиғырҙарының һәр юлы йырлап тора, уны уҡыған һайын уҡығы килә. Һәр ваҡыт алсаҡ, мөләйем ханым күптәрҙең күңелендә шул килеш һаҡланалыр.
Халҡыбыҙҙың йолаларын тергеҙеү өсөн дә күп тырышлыҡ һалған кеше ул. Яңы Яппарҙа йыл һайын Дим буйы башҡорттарының йыйынын үткәреү ҙә тап уның инициативаһы булды. Пандемия таралыу сәбәпле генә туҡталып ҡалды. Ә ниндәй матур байрам бит ул! Дуҫ-туғандар менән осрашыу, милли йыр-бейеү, спорт ярыштары – Дим буйы гөрләп тора.
Әҙәбиәт күгендә бер йондоҙ тиһәм һис тә яңылышмам. Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ, яҡты иҫтәлеген һаҡлайбыҙ.
Фото интернеттан алынды.
Читайте нас: