Мостафа Сафа улы Кәримов 1919 йылдың 20 октябрендә хәҙерге
Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Келәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1941 йылда
Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа китә, һуғышта элемтә башлығы һәм артиллерия штабы башлығы булып хеҙмәт итә. Ҡаты йәрәхәтләнә: мина ярсығы күкрәгенә инеп, йөрәгенә саҡ ҡына барып етмәй ҡала.