Малайҙар хоккей уйнай. Шайба өсөн ҡыҙыу алыш бара.
Уйнаусылар араһынан бер малай ғәмһеҙ генә ҡул һелтәп сыға ла магазинға табан йүнәлә.
– Һин ҡайҙа киттең? – тип һорайҙар унан иптәштәре.
– Юҡҡа бер шайба өсөн талашып йөрөгәнсе, магазиндан үҙемә айырым бер шайба һатып алам, – ти теге малай.
– Бөтә яғы ла бер тигеҙ булған тура мөйөшлө дүрт мөйөш нимә тип атала? – тип һорай.
Малай күп уйлап тормайынса:
– Шаҡмаҡдрат, – тип яуаплай.
https://yanshishma.rbsmi.ru/articles/k-l-m-st-r/k-l-m-st-r/