Фажиғә Әбйәлил районында булған. Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ирле-ҡатынлы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утта янып һәләк булған. Көндәр һыуытыу менән кешеләр йылытыу приборҙарын ҡабыҙа башланы, газ мейестәрен тоҡандырҙы. Һаҡлыҡ саралары тураһында онотмаһағыҙ ине.Мөрйәләрҙә тартыу көсө бармы-юҡмы икәнлеген тикшерегеҙ. Сәләмәтлегебеҙҙе һәм ғүмеребеҙҙе һаҡлайыҡ.