+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Октябрь 2020, 13:15

Балалар баҡсаларын төҙөү дауам итә

Мәскәү һәм Көнбайыш урамдарындағы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын ағымдағы йылдың аҙағында тапшырыу планлаштырыла.

Дәүләкәндә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май Указдары менән раҫланған "Демография" милли проекты сиктәрендә ике балалар баҡсаһы төҙөү дауам итә. Мәскәү һәм Көнбайыш урамдарындағы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын ағымдағы йылдың аҙағында тапшырыу планлаштырыла.
Көнбайыш урамындағы 130 урынлыҡ балалар баҡсаһы 2019 йылдың ноябрь айында төҙөлә башлағайны. Микрорайон яңы, бында күбеһенсә бәләкәй балалы йәш ғаиләләр йәшәй. Шуға урындағы халыҡ мәғариф учреждениеһының асылыуын түҙемһеҙлек менән көтә.
Был объектта төп төҙөлөш эштәре тамамланған, тип әйтергә була. Әлеге мәлдә унда эске биҙәкләү һәм территорияны төҙөкләндереү эштәре башҡарыла. Объектты ағымдағы йыл аҙағына төҙөп бөтөрөргә планлаштыралар.
Мәктәпкәсә учреждениеларҙың икеһендә лә өс йәшкә тиклемге кескәйҙәр өсөн йәсле төркөмдәре лә эшләйәсәген билдәләп үтергә кәрәк.
Шулай уҡ Көнбайыш урамындағы балалар баҡсаһы эргәһендә балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтары ла төҙөкләндерелде. Улар тулыһынса тәртипкә килтерелде, уйын майҙансығына йомшаҡ резина ҡатламы түшәлде. Ошо минуттарҙа төҙөүселәр майҙансыҡтарҙы тәртипкә килтереүҙә һуңғы һыҙаттар яһай.
Читайте нас: