-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Октябрь 2020, 13:10

Иң ҡәҙерлеһе - Шуриктың фотоһүрәте

Ҡалабыҙҙа йәшәүсе Александр Маликов фронттан алынған хатты баҫтырған

Һалдат хаты – серле рәүештә бөкләп яһалған өсмөйөш ул. Фронттың алғы һыҙығынан оҙатылып, улар тыуған яҡтарға күпме өмөт һәм шомланыуҙар алып ҡайтты икән. Беҙҙең ҡалала йәшәүсе Александр Александрович Маликов ошондай хаттарҙың бер нисәһен ҡәҙерләп һаҡлай. Уларҙың береһе Бөйөк Еңеү алдынан 1945 йылдың мартында әсәһенең ағаһы тарафынан яҙылған. Ул ваҡытта автор күптән көтөлгән көн килеп етергә бик аҙ ҡалыуын уйлап та ҡарамағандыр.
Һарғайған ҡағыҙ, төҫө уңған яҙыу ҡараһы, Хәрби цензураның 10723-сө бүлегенең штампы. Нимә тураһында яҙҙы икән 1945 йылдың мартында Дәүләкән ҡалаһында тыуып үҫкән егерме йәшлек һалдат, 165-се оло ҡеүәтле гаубица-артиллерия бригадаһы рядовойы Алексей Маликов? Ул ғаиләһен уйлаған һәм йортона ҡайтырға теләүе хаҡында яҙған.
«Һаумыһығыҙ ҡәҙерлеләрем, атай, әсәй, Тося һеңлем һәм кескәй Шурик! Һеҙгә фронттан ялҡынлы һалдат сәләмдәре ебәрәм һәм һеҙгә тылдағы тормошоғоҙҙа тик уңыштар ғына теләп ҡалам. Ҡәҙерле атай, әсәй, Тося, һеҙгә үҙемдең әлеге мәлдә һау-сәләмәт булыуымды хәбәр итәм һәм һеҙгә лә шуны уҡ теләйем. Мин 1945 йылдың 12 мартында һеҙҙән ике хат, ә уларҙың береһендә бер йыл буйы көткән иң ҡәҙерле әйбер – Шуриктың фотоһын алдым. Ул шул тиклем үҫкәндер, тип уйламағайным. Уны мин өйҙән сығып киткәндәге кеүек һаман бәләкәй итеп күҙ алдына килтерә торғайным. Шурикты һәм яҡындарымды күрмәгәнгә лә бер йылдан ашыу ваҡыт үткән. Әлеге мәлдә мин – Латвияла, 1-се Балтика буйы фронтында.
Атай, әсәй һәм Тося, һирәк яҙғаныма үпкәләмәгеҙ, ваҡытым бик аҙ, беҙ әле – алыштар уртаһында. Әммә фотоһүрәтте алғас, оҙайлы алыштарҙан һуң, башҡалар ял иткәндә, төнөн булһа ла яуап яҙырға уйланым. Үҙем хат яҙам, һәм мин, Тося, Шурик бергәләп Шарик менән уйнауыбыҙҙы күҙ алдына килтерәм. Атай, әсәй, Тося, һеҙҙе өҙөлөп һағынғанымды белһәгеҙ икән. Йоҡлап алырға аҙ ғына форсат сыҡһа, һәр саҡ һеҙҙе төшөмдә күрәм.
Тося, йышыраҡ хат яҙығыҙ, юғиһә миңә бик ҡыйын. Һеҙ унда нисек йәшәйһегеҙ икән,тип уйлайым, унда һеҙҙә яҡшы, атыш тауыштары һәм туптар ярылыуы ишетелмәй, үлем һағалап тормай, ә бында әжәл һәр минут һайын күҙгә ҡарай. Әммә Шуриктың фотоһын алғас, шатлығымдан тороп баҫтым һәм башымдан: «Шурикты күрҙем, үлһәм дә үкенмәйем», - тигән уй үтте.
Тося, Дәүләкәндә ниндәй яңылыҡтар бар , кемдәрҙе Ҡыҙыл Армия сафтарына алыуҙары тураһында яҙ. Әлегә хушлашам, һау-сәләмәтмен. Бөтәгеҙҙе лә үбәм. Үҙем хат яҙам, үҙем фотоһүрәттән күҙемде алмайым. Тағы ла бер тапҡыр ныҡ итеп үбәм. Һеҙҙең улығыҙ Маликов. Яуап көтәм».
Алексей Егорович Маликов 1945 йылдың 9 майында фашистарҙың Курляндия төркөмөн юҡ иткәндә һәләк булған һәм Латвияның Приекульский районы, Ветсвагари утары эргәһендә ерләнгән.
Уға үҙенең иң яратҡан һәм фашистарҙан яҡлаған ҡустыһы Шурикты ҡабат күрергә насип булмай. Ул ауыр һуғыш ваҡытында йөрәгенә йылылыҡ өҫтәп тороусы хаттар яҙған туғандары менән дә осрашмай. Өйләнеп, Дәүләкәндә бәхетле ғүмер ҙә кисерә алмай.
Бөгөн Александр Маликов: «Теге Шурик – ул минең атайым. Уның фотоһүрәте һуғышта ике туған олатайыма сикһеҙ шатлыҡ килтергән. Һәр кешегә тыуған йорто, ғаиләһе һәм яҡындары ни тиклем ҡәҙерле. Фронттан алынған хат быны яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә...», -ти.
Сергей Чиков, «Факел» эҙәрмәндәр отряды командиры.
Читайте нас: