-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Октябрь 2020, 13:40

Мәүлет айы

Быйыл Рәсүлебеҙҙең ﷺ тыуған көнө йәки мәүлете Рабиғул-әүүәл айының 11-нән 12-һенә ҡаршы кистә, йәиһә 28-се октябрҙең кисенә тура килә.

Бисмилләһир-рахмәнир-рәхим. Әссәламү ғәләйкүм вә рахмәтуллаһи вә бәрәкатү! Мөхтәрәм дин ҡәрҙәштәрем, ҡәҙерле милләттәштәрем! 18 октябрҙә рабиғуь-әүүәл айы башланды. Был ай бөтә ғаләмдәргә иң һуңғы һәм иң өҫтөн Илсе булараҡ ебәрелгән, Аллаһының рәхмәте булып килгән Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ﷺ тыуған көнөн билдәләүсе Мәүлет ән-Нәби менән иҫтәлекле. Шуға күрә, башҡаса уны Мәүлет айы тип тә йөрөтәләр. Рәсүлебеҙҙең ﷺ тыуған көнө йәки мәүлете Рабиғул-әүүәл айының 11-нән 12-һенә ҡаршы кисенә, йәғни 28 октябрҙең кисенә тура килә. Элек-электән Мәүлет уңайынан беҙҙең ата-бабаларыбыҙ бергә йыйылып, доға уҡыған, салауаттар, мөнәжәттәр һәм вәғәздәр әйткән. Ышаныслы хәҙистә: “Кем бер тапҡыр миңә салауат әйтһә, Аллаһы уға рәхмәтен ун тапҡыр күберәк белдерер” , – тип әйтелә. Мин һеҙҙе Мәүлет айы дауамында Рәсүлебезгә ﷺ маҡтауһар әйтергә саҡырам. Һөйөклө Рәсүлебез ﷺ, ҡырҡ йәшенә етеп, пәғгамбәрлек һәм шәриғәт иңдерелгәнсе үк, үҙендә ғәҙәттән тыш изгелек билдәләрен күрһәткән. “Аллаһы нисек ҡушҡан булһа, шулайтоғролоҡло бул!”- тигән Аллаһы әмеренә тулыһынса эйәреп, ул ғүмере буйы дөрөҫлөк һәм ғәҙеллектең тере миҫалы була. Ни гәжәп: кеше кешене хөрмәт итмәгән, кеше кешегә ышанмаган бер дәүерҙә уға һәр кем ышанған һәм хөрмәт иткән. Уның тиңһеҙ әхлағын һәм юғары абруйын раҫлап, уға “Мөхәммәт Әмин”, йәғни “ышаныслы Мөхәммәт”, - тип өндәшкәндәр. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәттең ﷺ донъяға килеүе - үҙе ҙур вакиға һәм мосолмандар өсөн Аллаһының рәхмәте. Ул үҙенең тыуған көнөн билдәләп үткәнме һуң? Мөхәммәттең ﷺ хәҙисенән билдәле булыуынса, ул: «Дүшәмбе - минең тыуған көнөм, шуға күрә был көндә ураҙа тотам», – тип әйтә торған булған. Шуға күрә элек-электән был көндә беҙҙеңата-бабаларыбҙз ҙа бергә йыйылып, доға уҡыған, салауаттар, мөнәжәттәр һәм вәғәздәр әйткән. Ышаныслы хәҙистә: “Кем бер тапкыр миңә салауат әйтһә, Аллаһы уға рәхмәтен ун тапҡыр күберәк белдерер” , – тип әйтелә. Ана шуға, мин дә һеҡәе, хөрмәтле дин ҡәрҙәштәр, Мәүлет айы дауамында Рәсүлебеҙгә ﷺ маҡтауҙар әйтергә, үҙебеҙҙең холоҡ-ғәмәлдәребеҙҙә уға оҡшарга ынтылырға саҡырам. Аллаһы Тәғәлә беҙҙе Үҙенең һәм Пәйғәмбәренең ﷺ мөхәббәтенә лайыҡ итеп, донъяла ҡылған ғибәҙәттәребеҙҙе ҡабул итеп, йәннәттә Рәсүлебеҙ ﷺ менән бергә булырға насип итһә ине.
Мәүлет айы мөбарәк булһын!
Татарстан Республикаһы мөфтөйө, Камил хәҙрәт Сәмиғуллин.
Фото: dumrt.ru

Автор : Әсәдуллина Эльвира.
https://omet-rb.rbsmi.ru/articles/dinebez-islam/M-lid-ae-bel-n-503103/
Читайте нас: