-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Октябрь 2020, 19:00

Әстерхандыҡы урынына маньчжур сәтләүеге

Дәүләкән районында ҡыҙыҡлы ағас үҫә

Беҙҙең район территорияһында ғәҙәти булмаған күп үҫемлектәр осратырға мөмкин. Алыҫ илдәрҙән ҡайтарылған үҫемлектәр ҙә Дәүләкән ерендә тамыр йәйә һәм яҡшы итеп үҫеп китә. Мәҫәлән, маньчжур сәтләүеге, дөрөҫөрәге уның барлығы тураһында Бик-Ҡарамалы ауыл Советы ауыл биләмәһендә йәшәүсе ҡайһы бер кешеләр генә белгән, ошо сәтләүек ағастарынан торған тотош урман һыҙаты.
Ауыл кешеләре һөйләүенсә, уға 80-се йылдарҙа нигеҙ һалынған. Ул ваҡытта уның ниндәй сәтләүек икәне, нисек аталыуы, ҡайһылай булырға тейешлеге хаҡында бер кем дә белмәгән. Һәм әлбиттә, күпмелер ваҡыттан һуң әстерхан сәтләүегенән бер яғы менән дә ҡалышмаған емештәрен ашаясаҡтарына берәү ҙә ышанмаған.
- Мин питомникта 80-се йылдар башында эшләй башланым, - тип һөйләй элек урман хужалығы буйынса мастер булып эшләгән Фаил Наил улы Нагаев (фотола). – Сәтләүек үҫентеләренең бейеклеге ул ваҡытта 20-30 сантиметр ғына ине. Беҙ уларҙы утап, тупрағын йомшартып, даими һыу һибеп торҙоҡ. Япраҡтары менән бергә сәскәләренең дә барлыҡҡа килеүен күҙәтеүе бик ҡыҙыҡ ине. Ә сәтләүектәрен яҡынса ун йылдан һуң ғына ала башланыҡ. Өлгөргәндән һуң улар йәшел төҫтән яйлап ҡара төҫкә инеүсе ҡабыҡтары менән бергә ҡойолоп төшә. Шул ваҡытта инде сәтләүеге ҡабығынан айырыла.
Белгестәр әйтеүенсә, был культураны үҙенең участкаһында теләге булған һәр кем үҫтерә ала. Беҙҙең район баҡсасыларының ҡайһы берҙәре уны уңышлы үҫтерә. Күп йыллыҡ стажы булған урмансы Урал Төхвәт улы Әхмәтгәрәевтан был культураны үҫтереүҙең үҙенсәлектәре һәм уны ултыртыу серҙәре тураһында һөйләүен һораныҡ.
- Маньчжур сәтләүеген ултыртаһы урынды һайлауға яуаплы ҡарарға һәм уны үҫтереү шарттарын күп йылдарға алдан күҙалларға кәрәк, - ти Урал Төхвәт улы. – Уның иркен урын һәм күп һыу талап итеүе тураһында ла онотмаҫҡа кәрәк. Ни тиклем һыуҙы күберәк һипһәң, шул тиклем яҡшыраҡ. Дым яратҡан кеүек үк, сәтләүек яҡтылыҡ та ярата. Ошо ҡағиҙәләрҙе үтәһәгеҙ, һеҙ ҙә матур япраҡтары һәм тәмле емештәре менән ҡыуандырасаҡ һоҡланғыс маньчжур сәтләүеген үҫтерә алырһығыҙ.
Маньчжур сәтләүектәре тиҙ ватылһын өсөн, уларҙы сентябрь аҙағында, өҫкө ҡабығы кипкәс, йыйырға кәрәк. Йыйылған сәтләүектәрҙе сепрәк тоҡсайҙарға һалып, декабргә тиклем баҙға төшөрөп ҡуйыу мөһим. Был ваҡытҡа дым тартҡан сәтләүектәр ҡабығынан, бүлкәләренән айырыла һәм ҡабығы менән бергә онталмаясаҡ.
Белешмә өсөн:
Әстерхан сәтләүегенең бик аҙҙарға ғына таныш булған был ҡәрҙәше сығышы менән Ҡытайҙың көнсығышындағы Маньчжуриянан. Тап ошо төбәк культураның төйәге, тип иҫәпләнә. Уны шулай уҡ дөмбәй+ йәки Амур сәтләүеге тип тә йөрөтәләр. Формаһы буйынса сәтләүектәр оҙонсараҡ, ике яғы ла ослайып тора. Төштәре әстерхан сәтләүегенекенән бер аҙ бәләкәйерәк һәм күпкә тәмлерәк, әскелтем тәме юҡ. Ҡабығы шул тиклем ҡалын, уны хатта сүкеш менән бер һуғыуҙан ғына ватып та булмай. Әммә, уның төштәрен алыуҙағы ошо ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, был ғәжәйеп үҫемлектең файҙалы сифаттары бик күп. Емешенең итле ҡатламы йод менән тулыһынса тиерлек һуғарылған. Әле өлгөрөп етмәгән сағында сәтләүектән дауалау матдәһе әҙерләйҙәр. Ҡалҡан биҙе ауырыуҙарын кисектерү һәм сәләмәтлектең дөйөм торошон яҡшыртыу өсөн аҙ ғына миҡдарҙа ҡулланалар. Уны өлгөрөп етмәгән сәтләүектәрҙән әҙерләйҙәр. Йәшел сәтләүектәрҙән дауалау сифаттарына эйә булған һәм иҫ киткес тәмле ҡайнатма ҡайнатырға мөмкин, тиҙәр. Ә сәтләүектәрҙең үҙҙәрен генә ашау айырыуса файҙалы. Төштәренән әҙерләнгән паста һәм ҡаймаҡ+(сливки) бик әһәмиәтле иҫәпләнә. Уларҙы космосҡа осоусы экипаждарҙы ашатыу өсөн файҙаланалар.
Сәтләүектең япраҡтары һарымһаҡ һәм муйылдағы кеүек фитонцид сифаттарға эйә булыуы асыҡланған. Шуға, маньчжур сәтләүегенең олоно аҫтында серәкәй, себен һәм башҡа бик күп бөжәктәр бөтөнләй булмай. Көнкүрештә сәтләүектең япраҡтарын, нафталин һымаҡ, көйә менән көрәшеү өсөн файҙаланалар.
Илһөйәр Кәримова.
Читайте нас: