0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Октябрь 2020, 19:40

Байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ

Водитель үтелгән йөҙәрләгән саҡрымдарына баһа бирер өсөн артҡа, уҙған тормошона әйләнеп ҡарай. Яңы Йәнбәк ауылында ла бар ундай кеше. Ул – Шакиров Фидал олатай.

Йола буйынса октябрь айы иң күләмле һөнәри байрам – автомобилистар көнө менән тамамлана. Уның «Автомобиль һәм ҡала пассажирҙары транспорты көнө» тигән тулы исеме күптән инде онотолоп, байрам «Водителдәр көнө»нә әйләнгән. Уны һөнәри водителдәр менән бер рәттән руль артына ваҡыты-ваҡыты ғына ултырғандар ҙа билдәләй.
Был көндә водителдәргә бүләктәр тапшырыла, улар хөрмәтенә концерттар ойошторола (быйылғы йылда был тантаналар билдәле сәбәптәр арҡаһында кисектерелде, әлбиттә), предприятиелар етәкселәре үҙҙәрендә хеҙмәт һалған хеҙмәткәрҙәргә маҡтау һүҙҙәрен еткерә. Тик водитель үҙе генә үтелгән йөҙәрләгән саҡрымдарына баһа бирер өсөн артҡа, уҙған тормошона әйләнеп ҡарай. Яңы Йәнбәк ауылында ла бар ундай кеше. Ул – Шакиров Фидал бабай.
Оҙаҡ йылдар дауамында колхоздың КАВЗик автобусында күпме саҡрымдар үткән, райондың бөтә транспорт селтәрен яттан өйрәнгән ул. Автобус водителенә райондың бөтә тораҡ пункттары, колхоздарҙың күкрәп ултырған баҫыуҙары, тарих төпкөлөндә ҡалған гөрләп торған малсылыҡ фермаларының барыһы ла, ә иң мөһиме – бик күп кешеләр менән таныш, күпселеге менән хатта яҡшы дуҫтарға ла әйләнгән.
Ул - Яңы Йәнбәк ауылының иң өлкән кешеһе. Бала сағынан шофер булырға хыялланған, техника менән мауыҡҡан. Водитель таныҡлығы алғас, «Өршәк» колхозында хеҙмәт юлын башлай һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы һайлаған һөнәренә һәм тыуған колхозына тоғро ҡала. Элек ауылдарҙа водителдәр алтын бәрәбәренә тиң булған. Иртә таңдан ҡара төнгә тиклем руль артында саҡрымдар һанаған улар. Ул ваҡыттарҙа хәҙерге кеүек яҡшы юлдар юҡ, үҙеңдең төп эшеңдән тыш, үтенес менән мөрәжәғәт итеүселәргә лә ярҙам итергә кәрәк. Кемдәр ауырып китә дауаханаға алып бара, кемдәрелер башҡа йомош менән килә. Береһенең дә үтенесен кире ҡаҡмай Фидал бабай. Эштән арып ҡайтыуына ҡарамаҫтан, ауылдаштарына ярҙамға ашыға.
Фидал Шакиров тормош иптәше менән 6 бала тәрбиәләп үҫтергән. Балалары ла үҙҙәре кеүек үк эш һөйөүсән, тырыш булып үҫкән. Өс игеҙәк улдары хаҡында район гәзите биттәрендә бер нисә тапҡыр яҙылып сыҡты.
Фидал бабай колхоз автобусында колхозсыларҙы - эш урындарына, сөгөлдөр утаусыларҙы баҫыуға йөрөткән саҡтарын һағынып иҫкә ала. Ауыл халҡы уны изге күңелле, асыҡ, оло йөрәкле, шаян кеше булараҡ хәтерләй. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул әле лә ошо сифаттарын ташламаған. Өлкән улының ғаиләһендә, ҡәҙер-хөрмәттә бәхетле ҡартлыҡ кисерә Фидал олатай. Түҙемһеҙлек менән һөнәри байрамын көтөп ала. Уны ҡотларға бөтә балалары, ейән-ейәнсәрҙәре йыйыла.
Әйткәндәй, Шакировтарҙы водителдәр династияһы тиергә мөмкин. Фидал олатай хаҡлы ялға сыҡҡансы шофер булып колхозда хеҙмәт һалған, өс игеҙәктәрҙең береһе – Ришат автотранспорт техникумын тамамлаған, ә ейәнсәре Светлананың водитель таныҡлығы алыуына ла ун йылдан ашып киткән.
Беҙ ҙә Фидал олатай Шакировты һәм уның водитель улы Ришат менән ейәнсәре Светлананы «шоферҙар көнө» менән ҡотлайбыҙ. Уларға ныҡлы һаулыҡ, аҡ юлдар, тағы ла оҙон-оҙаҡ йылдар ошо байрамды ҡаршылап, матур итеп билдәләүҙәрен теләп ҡалабыҙ. Ғүмер светофорҙарығыҙҙа тик йәшел ут ҡына янһын!
Читайте нас: