Бөгөнгө тормошто автомобиль транспортынан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Шул уҡ ваҡытта беҙ, йөктәр ташыған, төрлө предприятиеларҙың өҙлөкһөҙ эшен тәьмин иткән водителдәрҙең хеҙмәте ни тиклем ауыр булыуы хаҡында уйлап та ҡарамайбыҙ. Автомобилистар көнө – төрлө өлкә транспортсыларын һөнәри байрамдары менән ҡотлау һәм уларҙаң еңел булмаған эшенә баһа биреү ул.
Фәнзил Әсхәт улы Мөхәмәҙиев – эш һөйөүсән, тыйнаҡ кешеләрҙең береһе. Үҙе тураһында һөйләгәндәрен яратмай, сөнки өлгөлө эшләүсе водителдәрҙең районыбыҙҙа күп булыуын яҡшы белә. Шуға ҡарамаҫтан, бөгөн, һөнәри байрамы алдынан уның хаҡында бер нисә һүҙ әйтеп китәбеҙ.
Фәнзил ағай тураһында: «Тыуған еренә кендеге береккән», - тип әйтергә мөмкин. Башҡалар кеүек бәхет эҙләп, ситкә китмәй ул, кендек ҡаны тамған ерҙә ҡала.
Водитель, ябай тел менән әйткәндә, шофер булырға кескәй сағынан уҡ хыяллана. Үҫә килә был теләге бәлки онотолор, тип уйлаһалар ҙа, киреһенсә хыял уның күңелен нығыраҡ биләй бара. Мәктәпте тамамлағас, водитель таныҡлығы алып, колхозда хеҙмәт юлын башлай һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы «Заря» колхозында тырышып эшләй. Эш һөйөүсән, ярҙамсыл булыуы, үҙ эшенә яуаплы ҡарауы менән коллегалары һәм ауыл халҡы араһында ихтирам яулай. Автомобилдәрҙе, шулай уҡ башҡа техниканы ла, биш бармағы кеүек белә. Ҡайһы ерен майларға, борорға, нығытырға кәрәклеген техниканың тауышынан аңлай, шуға бергә эшләгән иптәштәре уға йыш ҡына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Бына шулай, тырыш хеҙмәт менән, йыл артынан –йылдар, юл артынан – юлдар, саҡрымдар артынан саҡрымдар үтә ул.
Тормош иптәше Юлиә менән Соколовка ауылында йәшәйҙәр, өс ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ике улдары, Альберт менән Эдик, атаһы юлынан киткән, кесе улдары – химик. Эдик - бик яуаплы һәм еңел булмаған һөнәр эйәһе, ул янғын һүндереү часында водитель булып хеҙмәт һала.
Фәнзил Әсхәт улы – бәхетле олатай. Уның ике ейәнсәре һәм бер ейәне үҫеп килә. Ул яратҡан ҡошсоҡтарының ҡайтыуын һағынып көтөп ала.
Водителдәр бер ҡасан да техника менән мауығыуын ташламай. Фәнзил ағайға ла «машина ене ҡағылған», тип әйтергә була. Бөгөнгө көндә лә уның ихатаһында төрлө машиналар тулып ултыра. Улар хужаһының ауылдағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәрен еңеләйтә. Ярҙам һорап килгән ауылдаштарының да үтенесен кире ҡаҡмай Фәнзил Әсхәт улы, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.
Бына шулай донъянан йәм табып, техникаһынан айырылмай йәшәй тәжрибәле водитель Фәнзил Әсхәт улы Мөхәмәҙиев. Һөнәри байрамы менән ҡотлап, уға ныҡлы һаулыҡ, тигеҙ юлдар, рәхмәтле юлдаштар теләп ҡалабыҙ! Алда бараһы юлдарығыҙ яҡты булһын!