-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Октябрь 2020, 13:35

Рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ

Автомобилистар көнө – мөһим һәм кәрәкле байрам. Уны офоҡҡа тоташҡан юлдан күҙҙәрен алмай “баранка” артында ултырған, һәр минуттарын хәүеф аҫтына ҡуйған водителдәр түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Яҡшы водителдәр күп, әлбиттә, ә бөгөн беҙ элек колхоздарыбыҙҙа хеҙмәт һалған, ауыр шарттарҙа иле, районы, колхозы, тип янған водителдәрҙе иҫкә алып үтһәк, бик урынлы булыр. Һүҙебеҙ - шундай тырыш водителдәрҙең береһе, Ришат Хөснулла улы Төхвәтуллин хаҡында.

Ул Хөсәйен ауылында тыуып-үҫкән. Бәләкәйҙән үк водитель булырға хыялланған һәм мәктәп тамамлағандан һуң водитель таныҡлығы алып, «Өршәк» колхозында хеҙмәт юлын башлай. Ғаилә ҡора. Ҡатыны Рәсилә колхозда бухгалтер була. Ирле-ҡатынлы өс бала тәрбиәләп үҫтерә, хаҡлы ялға сыҡҡансы тыуған колхоздарында тырышып эшләй. Балалары ла ата-әсәһен ҡыуандырып, эш һөйөүсән булып үҫә.
Ул йылдарҙағы юлдарҙың ниндәй булыуын күптәр иҫләйҙер әле, моғайын. Әлеге кеүек асфальт түшәлмәгән, яҙын-көҙөн - үтеп сыҡҡыһыҙ бысраҡ, ҡыш көндәрендә ҡар һырынтылары ҡаплай. Хәҙерге кеүек машиналар ҙа йылы гараждарҙа түгел, ә күбеһенсә тышта тора. Рейсҡа сығыр алдынан машиналарҙы ҡарап, юлға әҙерләргә: кузовын, тәгәрмәстәрен, май һәм радиаторҙағы һыу кимәлен, фараларҙы тикшерергә, һалҡында торғанлыҡтан машиналарҙы ҡарҙан таҙартырға, артабан паять итеү лампаһы менән йылытырға, мастерскойҙа һыу ҡайнатып, радиаторға һалырға кәрәк була.
Водителдән һауа шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, тәғәйенләнгән урынға ваҡытында барып етеү талап ителә. Ә был бик еңелдән булмай, сөнки йыш ҡына ул йылдарҙағы насар юлдарҙан машиналарҙы тракторҙар менән тарттырып барырға тура килә. Йөктәрҙе ваҡытында илтеп еткереү өсөн иртәнге сәғәт дүрттә тороп сыҡҡан, төн уртаһы ауышҡас ҡына ҡайтҡан саҡтар йыш була.
Шундай еңел булмаған шарттарҙа эшләһәләр ҙә, Ришат Хөснулла улы һәм уның коллегалары бошонмай, сөнки ауыр, әммә күңелле ваҡыттар була ул саҡтар. Колхоз баҫыуҙарында илебеҙ, районыбыҙ, колхоздарыбыҙ именлеге өсөн бергәләшеп, шау-гөр килеп хеҙмәт һалалар, бер-береһенә ярҙамлашып йәшәйҙәр, бергәләшеп ял итәләр.
Күптән баҡыйлыҡҡа күсһә лә, Ришат Хөснулла улын ауылдаштары бөгөн дә тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә ала, уның тыныс, изге күңелле, намыҫлы, эшсән, яуаплы кеше булыуын билдәләй. Балалары ла аталарын һағыныуы тураһында һөйләй. Был хаҡта беҙгә уның ҡыҙы Эльвира Туҡаева хәбәр итә.
Был байрам көнөндә лә балалары, ейәндәре аталары, олаталары нигеҙенә йыйылып, ҡәҙерле кешеләрен иҫкә аласаҡ.
Ә ваҡыт үтеүҙән һарғайған фотоһүрәттәрҙән беҙгә ҡарап торған, яҡты киләсәгебеҙ өсөн тырышып хеҙмәт һалған кешеләр алдында оло ихтирам менән баш эйеп, уларға рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Читайте нас: