Водителдәр – «күҙгә ташланып бармаған», әммә мөһим һөнәрҙәрҙән һанала. Ләкин уларҙан башҡа бөгөнгө тормошто күҙ алдына ла килтереп булмай. Ирек Закир улы менән аралашҡандан һуң уның шулай булыуына тағы бер тапҡыр инандыҡ.
Бөгөнгө байрам көнөндә лә беҙ уны, ғәҙәттәгесә, автобусы эргәһендә осраттыҡ һәм эше, ғаиләһе тураһында бер аҙ һөйләп китеүен һораныҡ.
- Бөтә малайҙар кеүек үк, техника менән бәләкәй саҡтан уҡ мауыҡтым, уларҙы яҡшы белә инем. Мәктәпте тамамлағас, водитель таныҡлығы алдым һәм хеҙмәт юлын башланым. Ғаилә ҡорҙом. Күпмелер ваҡыт алыҫ Себер тарафтарында, Нижневартовск ҡалаһында, эшләп йөрөнөм. Тик, ғаиләмдән ситтә йөрөү ялҡытты, сөнки балаларымдың үҫкәнен дә күрмәнем, тиерлек. Шуға тыуған яҡтарыма ҡайтырға ҡарар иттем. Автобус һатып алдым һәм бына инде 10 йылдан ашыу Буранғол-Дәүләкән маршрутында пассажирҙарҙы хеҙмәтләндерәм. Эшем ҙур көсөргәнеш талап итә, әлбиттә. Ауыр хеҙмәт көнөнән һуң ғаиләм менән уҙғарған ваҡытым күңелемә ял бирә. Улар менән аралашыуҙан йәм табам. Ике бала үҫтереп, ҙур тормошҡа сығарҙыҡ. Хәҙер инде дүрт ейәнем беҙгә шатлыҡ өҫтәп, үҫеп килә.
Автобус водителенән сыҙамлы, һалҡын ҡанлы, ниндәйҙер кимәлдә психолог та булыу талап ителә, сөнки пассажирҙар араһында ниндәйҙәре генә осрамай. Тыныс итеп һөйләшә, ҡайһыларын тынысландыра белергә лә кәрәк. Бынан тыш пунктуаль булыу ҙа мөһим. Тәғәйенләнгән урынға ваҡытында, һуңламай барыу талап ителә. Ирек Закир улында был сифаттарҙың барыһы ла бар. Ауыл халҡы водителдәренән ҡәнәғәт һәм байрам уңайынан уға рәхмәт һүҙҙәрен еткерә һәм именлек, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, яҡшы кәйеф, хәүефһеҙ саҡрымдар теләй.