+8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Октябрь 2020, 10:00

“Ил гиҙҙем, донъя күрҙем” -

ти Хөсәйен ауылында ғүмер итеүсе Тимерғәзим Күсәрбаев.

  • - Шофер һөнәрен һайлауыма бер ҙә үкенмәйем, - ти ул. – Тап шофер булып эшләүем һөҙөмтәһендә күп ерҙәрҙе күрҙем, Башҡортостандың гүзәл төбәктәренә барҙым, күрше республикаларға ла сыҡтым. Ә кешеләр менән аралашыуҙар, яңы таныштар, дуҫтар – уларын инде һанап бөтөрөрлөк түгел. Юлдарҙа төрлө саҡтар булды, ыжғыр бурандарҙа өшөргә лә тура килде, элек, беләһегеҙ, юлдар әлеге кеүек ялтырап ятмай, ҡайҙа инде асфальт, яҙлы-көҙлө батҡаҡтарҙа сумып та ултыра инек. Ә шулай ҙа эшләүе ҡыҙыҡ һәм күңелле ине, үҙебеҙ ҙә йәш инек бит. “Өршәк” колхозында эшләгән йылдарҙы, коллегаларымды һағынып иҫкә алам.
  • Күптән инде хаҡлы ялдамын, әммә әле лә рулдән төшкәнем юҡ. Шәхси ярҙамсы хужалыҡта тракторым да, машиналарым да бар. Юлда йөрөү ҡаныма һеңгән, шуға улар мине һәр саҡ үҙенә тартып тора.
    Һөнәри байрамыбыҙ көнөндә руль артында ултырыусыларҙың барыһына ла хәүеф-хәтәрһеҙ юлдар, гел изге күңелле кешеләр генә осрауын, ҡыҙыҡлы сәйәхәттәр теләйем. Юлдар, юлдар, ауыр булһа булһын, бер ҡасан да һуңғы булмаһын тимен.
    Читайте нас: