Бөгөн илебеҙҙә бөтәһенең дә яратҡан байрамы – Автомобилистар көнө билдәләнә.
Төрлө водителдәр була: кемдер ҙур машина руле артында ултыра, кемдәрҙер – нәзәкәтле «ҡатын-ҡыҙҙар» машинаһында, ә кемдәрҙер «Балалар» тигән яҙыулы сағыу һары төҫтәге автобус кабинаһынан йылмайып ҡул болғай. Ул үҙе лә ғәҙәти кеше түгел, уның пассажирҙары ла – шау-гөр киләләр, ҡысҡырып һөйләшәләр, көлөшәләр, бер һүҙ менән әйткәндә, БАЛАЛАР. Ә теге шат йылмайған кеше үҙе – мәктәп автобусы водителе. Һәр иртә һайын ул, ямғыр тимәй, ҡар тимәй, күрше-тирә ауылдарҙан уҡыусыларҙы йыйып, Ҡыҙрас ауылына мәктәпкә ваҡытында илтеп еткерергә тейеш. Уның иңендә оло яуаплылыҡ ята – ул үҙенең бәләкәй пассажирҙарының сәләмәтлеге һәм ғүмере өсөн яуап бирә. Буранғол ауылында йәшәүсе Рөстәм Миневәли улы Минеғәлиев - шундай яуаплы водителдәрҙең береһе.
Мәктәпкә эшкә урынлашҡансы, ул «Асылыкүл» колхозында водитель булып хеҙмәт һала. Әрме сафтарынан ҡайтҡас та эш башлаған егеттең, водитель стажы сирек быуатҡа яҡын. Колхоздар тарҡалғас, уны мәктәпкә эшкә саҡыралар. Шул көндән алып ул ошо «күңелле маршрут»та йөрөй.
Мәктәп автобусы водителе булып теләһә кем эшләй алмай: был һөнәр сыҙамлылыҡ, һалҡын ҡанлылыҡ һәм, иң мөһиме балаларҙы бар күңелеңдән яратыуҙы талап итә. Рөстәм Миневәли улында ошо сифаттарҙың бөтәһе лә бар. Автобус салоны таҙа, йылы, йәмле. Бөтә пассажирҙарының да исемдәрен, уларҙың мәктәптә ниндәй проблемалары булыуын, кемдәр бөгөн «икеле» алыуын яҡшы белә. Уҡыусыларҙы һәр саҡ йылмайып ҡаршы ала, өлкәнерәктәр менән «егеттәрсә» ҡул биреп күрешә, шуға балалар уны яҡын күреп, Рөстәм ағай тип өндәшә. «Ағалары» уларҙы ваҡытында мәктәпкә илтеп еткерә, төрлө ярыштарға, экскурсияларға, конкурстарға алып бара, кәрәк булһа, кәңәшен бирә, ярҙамға килә. Бер һүҙ менән әйткәндә, бөтәһенә лә ысын дуҫ.
Рөстәм Миневәли улының тормош иптәше Раушания мәктәп китапханаһында хеҙмәт һала. Өс балаға ғүмер биргәндәр. Оло ҡыҙҙары шәфҡәт туташы булып эшләй, улдары – колледжда, төпсөк ҡыҙҙары Дәүләкән ҡалаһында лицей-интернатта белем ала. Был татыу, эш һөйөүсән ғаилә ауылда бөтәһе өсөн дә өлгө, тиһәң, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Тормоштары етеш, ҡура тулы – мал-тыуар, баҡсаларында ни генә үҫмәй. Рөстәмдең ҡулдары ла алтын. Интернеттан ҡарап, ул тимерҙән сүкеп нимәләр генә яһамай!
Бына шундай водитель йәшәй Буранғол ауылында. Яуаплы, тырыш, эш һөйөүсән.
Беҙ Рөстәм Миневәли улын һөнәри байрамы менән ҡотлап, көн һайын үткән саҡрымдарының үҙе һәм уҡыусылары өсөн хәүефһеҙ булыуын, көн һайын медицина тикшереүен үткәндә һаулығының ныҡлы булыуын күреп, фельдшерҙың һоҡланыуын, ваҡытының ғаиләһенә һәм яратҡан шөғөлөнә лә етеүен теләп ҡалабыҙ. Автомобилистар көнө менән!