-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Октябрь 2020, 07:50

Себер киңлектәрен гиҙә

Өршәк буйы егете Хәлит Һағынбаев

Шофер булараҡ хеҙмәт эшмәкәрлеген 1986 йылда «Родина» колхозында башлай ул. Күмәк хужалыҡтың гөрләп торған йылдары, һәр бригадала эш ҡайнай, шоферҙар тимер аттарында көн тимәй, төн тимәй, төрлө тауарҙар ташый. Ҡыҙыу ураҡ өҫтөндә ырҙын табағына, артабан элеваторға тос бөртөклө иген тейәп оҙатыла, ҡышын фермаға мал аҙығы ташыла, ә унан тыш төҙөлөш материалдары, аҙыҡ-түлек – һанап бөтөрөрлөк түгел. Хәлит Һағынбаев та өлкән водителдәр менән бер рәттән колхоз баҫыуҙарынан иген дә ташый, алыҫ рейстарға ла сыға, ғөмүмән, үҙенә йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән үтәй.
Бөгөн инде ир уртаһы булған ғаилә башлығы алыҫ Себер киңлектәрен байҡай. 2008 йылдан алып ул Когалым яҡтарында хеҙмәт һала. Башҡортостанда уны яҡындары, туғандары һағынып көтөп ала. Күңелеңә ятҡан эш булғанда, көтөр кешең булғанда йәшәүе ҡалай рәхәт! Автомобилистар көнөндә Хәлит ағай һәр ваҡыттағыса руль артында. Һөнәри байрам уның өсөн ғәҙәти эш көнө. Яҡташтары - барлыҡ дәүләкәндәрҙән беҙ уға ҡайнар сәләмдәр еткереп, ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Бәлә-ҡазаһыҙ киң иркен юлдар, ышаныслы юлдаштар һиңә, Хәлит ағай!
Читайте нас: