+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Октябрь 2020, 20:40

Себер яҡтарынан күп сәләм!

Бына инде 5 йылдан ашыу ҡырыҫ Себер шарттарында тырышып хеҙмәт һала Флүр Ғәзизов.

Бөгөн илебеҙҙә Автомобилистар көнөн байрам итәләр. Ул автотранспорт хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы тип иҫәпләнә һәм йыл һайын октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләнә. Бөтә водителдәрҙе лә байрам менән ҡотлайҙар, изге теләктәр теләйҙәр.
Водителдәр араһында төрлө техникала йөрөгәндәр бар. Кемдәрҙер - еңел автомобилдәр, кемдәрҙер – автобустар, ә ҡайһылары ауыр йөк машиналарын йөрөтә. Ниндәй генә машинала йөрөһәләр ҙә, уларҙың һөнәре тәү сиратта иғтибарлы, сыҙамлы булыуҙы талап итә. Байрам уңайынан водителдәр тураһындағы мәҡәләләребеҙҙе дауам итеп, һеҙҙең иғтибарға Ғәзизов Флүр Ғәли улы тураһында һөйләп үтәбеҙ.
Көрмәнкәй ауылында тыуып-үҫкән егет тә, башҡа малайҙар кеүек үк ниндәй һөнәр һайларға , тип күп уйлап тормай. Кескәй сағынан уҡ «машина ене ҡағылған» малай йөк машинаһы руле артына ултырыу тураһында хыяллана. Уҡыуын тамамлағас, ҡулына водитель таныҡлығы ала һәм уның хыялы тормошҡа аша. Ул хеҙмәт юлын башлай һәм уға ауыр йөк машинаһын ышанып тапшыралар. Был көндәргә инде 20 йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән.
Флүр Ғәли улы – бәхетле ғаилә башлығы. Ҡатыны Светлана Вәрис ҡыҙы 3- сө башҡорт гимназия-интернатында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Ике балаға ғүмер биргәндәр. Бөгөнгө көндә Флүр Ғәли улы алыҫ Себер тарафтарында хыялындағы ауыр йөк машинаһы йөрөтә. Эйе, Себерҙә башҡа урындарҙа бик һирәк осрай торған төрлө техника күп, әлбиттә, әммә хеҙмәт шарттары бик еңелдән түгел. Эш сәғәте башҡаларҙыҡынан иртәрәк башлана, сөнки уларға эш көнө башланғансы механиктан юллама алып һәм медицина тикшереүе үтеп өлгөрөргә кәрәк. Артабан инде эш сәғәттәре башлана. Себерҙә, вахта менән эшләгәнлектән, ял көндәре юҡ, тәғәйенләнгән ваҡытың (1 -6 ай) үтеп, өйгә ҡайтыр ваҡыт етмәйенсә был турала уйлап та ҡарамайһың. Аҙ ғына буш ваҡытың булһа, юлдарҙа ватылып ултырмаҫ өсөн, техникаңды ҡарап, тикшереп ҡуйырға кәрәк. 12 сәғәтлек эш көнөң тамамланғандан һуң кис менән тағы медицина тикшереүе үтеп, механикка юллама тапшыралар. Артабан машинаны йыуып, киләһе көнгә әҙерләп ҡуялар. Ә юлдарҙың торошо тураһында һөйләп торорға ла түгел. Хәҙер улар, элеккеләргә ҡарағанда, күпкә яҡшырҙы, әлбиттә. Асфальт ҡатламдары түшәлгән, тик уларҙың айырым урындары, Себер - һаҙлыҡтар төйәге булғанлыҡтан, йыш ҡына яраҡһыҙ хәлгә килә. Ҡайһы саҡта һаҙлыҡтарҙа бөтөнләй батып ҡала. Насар юлдарҙан, бөтөнләй юлдар булмаған урындарҙан күп йөрөгәнлектән, машиналар йыш ватыла. Бындай ваҡыттарҙа, айырыуса ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа, бик ауырға тура килә. Әммә Флүр Ғәли улын был һынауҙар ҡурҡытмай.
«Ниндәй генә ауырлыҡтар осраһа ла, ошондай уҡ шарттарҙа эшләгән башҡа хеҙмәткәрҙәр һине һынауҙар менән япа-яңғыҙ ҡалдырмай, һәр саҡ ярҙам ҡулын һуҙа», - ти ул. Бына шулай, яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, бына инде 5 йылдан ашыу ҡырыҫ Себер шарттарында тырышып хеҙмәт һала Флүр Ғәзизов.
«Юлда төрлө хәлдәр булырға мөмкин. Хәҙер машиналар көндән-көн күбәйә. Водителдәрҙән иғтибар, сыҙамлылыҡ һәм әҙәплелек талап ителә. Юлдарҙа бер-беребеҙгә ҡарата ихтирамлы булһаҡ, күңелһеҙ хәлдәргә лә аҙыраҡ осраясаҡбыҙ. Мин әҙәпле водителдәр көндән-көн арта бара, тип уйлайым. Бөгөнгө байрам менән коллегаларымды ҡотлап, уларға үҙ-ара аңлашыусанлыҡ, яҡшы кәйеф, хәүеф-хәтәрһеҙ юлдар теләйем. Тормоштарында һәм автотрассаларҙа уңыш һәр саҡ һеҙҙең менән йәнәшә барһын, ә йорттарында иң ҡәҙерле кешеләре һағынып көтөп торһон! Сәләмәт булһындар, оптимистар булып ҡалһындар һәм юлдарҙан ләззәт алһындар. Байрам менән!», - тип байрам ҡотлауҙары еткерҙе Флүр Ғәли улы.
Читайте нас: