Ә нимә булған тип һорарһығыҙ. Үткән аҙнала Ағиҙел күпере аша үтеп барғанда еләк-емеш тейәгән йөк машинаһы ауған. Ҡаршы килгән машина менән бәрелешеүҙән ҡасып, водитель рулде бордюрға табан бора һәм машина бер яҡҡа түңкәрелә. Кузовтағы ҡып-ҡыҙыл алмалар, анар емештәре, помидорҙар күпер буйлап тәгәрәй. Ҡорбандар юҡ, ни бары күперҙә хәрәкәтте генә бер ни тиклем ваҡытҡа туҡтатып торорға тура килгән.