Ниҙәр күрмәй ир-егеткәй менән ат башы, тип йырлана башҡорт халыҡ йырында. Замана менән бер ҡатарҙан барған кеше булараҡ, бөгөн ат урынына машиналар елә, әлбиттә. Тимер аттарында ниҙәр генә күрмәй, ниҙәр генә кисермәй ир-егеттәр. Интернет селтәрендә Архангель өлкәһендә КамАЗ сығып барғанда ағас күпер емерелеүе хаҡында хәбәр ителә. 100 метр алда һине ниндәй хәүеф-хәтәр һағалап торғанын һис белерлек түгел. Был осраҡта ла тап шулай була.