Башҡортостан Республикаһы Тикшереү комитеты идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Дәүләкән ҡалаһынан алыҫ булмаған ауыл эргәһендәге соҡорҙа 60 йәшлек ҡатындың мәйете табылған. Криминоген эҙҙәр юҡ, йыртҡыстар һөжүм иткән тигән версия ҡарала. Был эш буйынса тикшереү бара.