Интернет селтәрендә ете айлыҡ сабыйҙы үлтереү тураһында хәбәр барыһын да шаңҡытты. Ете айлыҡ сабый үлтерер дәрәжәгә етерлек ниндәй насарлыҡ эшләгән һуң? Үҙе ололарҙың ярҙамына, иғтибарына мохтаж сабый бер ниндәй ҙә насарлыҡ ҡыла алмай, әлбиттә, ул бары тик үҙенең илауы менән иҫерек ата-әсәгә рәхәтләнеп кәйеф-сафа ҡорорға ҡамасаулаған. Бәлки, асыҡҡан булғандыр, бәлки, әсәһенең ҡулдарына алып, яратыуын, иркәләүен теләгәндер... Әммә хәмерҙән күҙҙәре томаланған әсәлә лә, уның һөйәрендә лә бала ҡайғыһы булмай, иҫерек ир үҙҙәренә илауы менән ҡамасаулаған баланың башына ике тапҡыр һуға. Кимерсәктән генә торған бәләкәскә күпме кәрәк – сабыйҙың тауышы тына...
Баланың үле кәүҙәһен өс көн фатирҙа тотҡандан һуң, кәүҙәһенә таш бәйләп, Миәс йылғаһына ташлайҙар һәм полиция бүлегенә барып, баланы урлауҙары хаҡында хәбәр итәләр. Силәбе өлкәһе полицияһы тикшереү башлай һәм ваҡиғаның нисек булыуы тураһындағы ысынбарлыҡты асыҡлай.