+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Октябрь 2020, 01:00

Ауылымдың киләсәге бар!

Ауыл... Уның тураһында күпме яҙылған, күпме һөйләнгән, күпме йырҙар йырланған!

Ауыл тормошо, емерек фермалар, эскеселеккә бирелгән кешеләр, ҡый үләндәре баҫып киткән баҫыуҙар тураһында яҙыуҙан да еңелерәге юҡ кеүек тойола. Әммә, шундай күренештәр күҙ алдына баҫҡан һайын, йөрәк әрнеүенә түҙә алмай, ултырып илағылар килә...Эйе, ошондай йәмһеҙ күренештәр араһынан бәләкәй генә яҡты һыҙат эҙләп табыуы бик еңелдән түгел...Тик был һүҙҙәрҙең тыуған ауылым Ҡоръятмаҫҡа бер ҡағылышы ла юҡ, тип ҙур ғорурлыҡ менән әйтә алам, сөнки унда бар йөрәктәре, күңелдәренең һәр күҙәнәге менән ауылым йәшәһен, уның киләсәге булһын, йәшәү шарттары аҙ ғына булһа ла яҡшырһын, тип йәшәгән ауылдаштарым бар.
Эйе, беҙҙең ауылда ла бөтәһе лә ыңғай ғына бармай. Тотош илебеҙ ауылдарындағы кеүек күңелде китерлек күренештәр беҙҙә лә бар, әммә яҡшылыҡтар, ауылдаштарым башҡарған изге эштәр, болот араһынан күренгән ҡояш кеүек, беҙҙең күңелдәрҙе яҡтырта, киләсәктә, болоттар таралып, ҡояштың сығасағына өмөт уята.
Ауылыбыҙҙа йәшәгән аталы-уллы Фәнир һәм Айнур Халиҡовтар тураһында күп тапҡырҙар яҙғаным булды. Әммә улар хаҡында яҙған һайын – яҙаһы, маҡтаған һайын – маҡтайһы килә. Халиҡовтарҙы тап ана шул ҡара болоттарҙы тишеп сыҡҡан яҡты ҡояш нурҙары менән сағыштырыр инем мин. Эйе, тап ҡояш нурҙары кеүек, улар ҙа күпселек ваҡыт үҙҙәре өсөн түгел, ә кешеләр, тыуған ауылдары, тип янып йәшәй. Фәнир менән Айнур башҡарған изге эштәрҙе күҙәтеп өлгөрөп тә булмай хатта. Әле ҡасан ғына улар мәсет тирәләй ҡойма уратыуҙы ойоштороп йөрөй ине. Баҡтиһәң, был эште күптән тамамлап, хәҙер инде зыяратҡа ҡапҡа яһап, урынына урынлаштырып та ҡуйғандар. Ҡулдары алтын икәнен алтын төҫөнә буялған күҙҙең яуын алырҙай ҡапҡа күрһәтеп тора.
Әлбиттә, бөтә эштәрҙе Халиҡовтар яңғыҙҙары ғына башҡармай, ауыл халҡы ярҙамға килә. Мәсет ҡоймаһын уратҡанда ауылдаштарҙың күбеһе финанс ярҙамы (айырыуса ҙур ярҙамды Марат Мөьмин улы Латипов) күрһәтте. Зыярат ҡапҡаһын яһағанда, материал алырға Вәрис Сәмиғулла улы Хәлилов һәм Гизәр Ғиниәт улы Әғәҙуллин аҡсалата ярҙам иткән, ә аталы-уллы Фәнир һәм Айнур ҡапҡаны эшләп, урынлаштырып ҡуйған.
Эйе, Халиҡовтар бар башланғыстарҙа ла паровоздар һымаҡ алдан йөрөй.
(Паровоз менән сағыштырыуым өсөн үпкәләмәҫтәр, тип уйлайым, сөнки был ысынында ла шулай, улар башлай, арттарынан вагондары - ауыл кешеләре эйәрә).
Бөтә ауылдаштарым исеменән Фәнир һәм Айнур Халиҡовтарға ауылыбыҙ киләсәге өсөн янып йәшәүҙәре, бөтә изге эштәрҙе лә башлап, алдан йөрөүҙәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерәһем килә. Рәхмәт һеҙгә, изге күңелле ауылдаштарым! Тимәк, әле ауылым йәшәй, уның киләсәге бар! Беҙгә шундай өмөт бүләк иткәнегеҙ өсөн рәхмәт!
Читайте нас: