-8 °С
Снег
Антитеррор
Все новости
ЙӘМҒИӘТ
28 Октября 2020, 00:45

Бер аҙнала 80 юл фажиғәһе?!

Был һандар республика Башлығын да хафаға һалған

Бер аҙна эсендә 80 юл-транспорт фажиғәһендә 106 кеше йәрәхәттәр алған, 14 кеше үлгән. Статистиканың һандары шундай ҡот осҡос. Юл һәләкәттәрендә кешеләрҙең күпләп һәләк булыуы өсөн республика Башлығы сираттағы оператив кәңәшмә барышында чиновниктарҙы эштән ебәреү менән янаны. Башҡортостан телеканалдарында был хәбәр төп яңылыҡ булды. Һәләкәттәрҙең күпселеге водителдәр ғәйебе менән була, әлбиттә. Ҡайһы саҡта мин-минлек тә сәбәпсе булып ҡуя. Төбәк етәксеһенең хафаланыуы юҡҡа түгел, әлбиттә, уға һәләк булған ватандаштарыбыҙ, ваҡытһыҙ өҙөлгән йәш ғүмерҙәр йәл...
Читайте нас в