+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Октябрь 2020, 13:40

Ул беҙгә – алтын терәк

Һөйөклө әсәй, һоҡланғыс ҡәйнә, яратҡан өләсәй – Дәүләкән ҡалаһында йәшәүсе Гөлнара Фәйзуллина ҡәйнәһен шундай ихтирам менән телгә ала

Һөйөклө әсәй, һоҡланғыс ҡәйнә, яратҡан өләсәй – Дәүләкән ҡалаһында йәшәүсе Гөлнара Фәйзуллина ҡәйнәһен шундай ихтирам менән телгә ала
  • Балаларына бары бәхет, уңыштар теләй, уларҙы күңел төшөнкөлөгөнән, бәлә-ҡазаларҙан һағаларға тырыша. Беҙ уның аҡыллы кәңәштәренә таянабыҙ һәм эштәребеҙ һәр саҡ уң була, - ти ул.
  • Уның ҡәйнәһе Луиза Сафиулла ҡыҙы Фәйзуллина Ҡоръятмаҫ ауылында йәшәй. Кейәүгә сыҡҡанда уға ни бары 18 йәш кенә була. Ул ваҡытҡа инде апаруҡ ҡартайған ҡәйнәһе Шәрифә инәй донъя йөгөн йәштәрсә тарта алмай, йорттағы барлыҡ мәшәҡәттәр йәш килендең иңенә ята. Шәрифә инәй киленен хужалыҡты алып барырға өйрәтә, уның ярҙамы менән яйлап ауылға эйәләшеп китә, бынамын тигән хужабикәгә әйләнә. Шул уҡ ваҡытта Фәнир һәм Луиза Фәйзуллиндарҙың ғаиләһендә бер-бер артлы өс бала: Ләйлә, Резеда, Руслан үҫә. Бай йәшәмәйҙәр, уның ҡарауы йорттарында тәртип, бер-береңде хөрмәт итеү, үҙ-ара аңлашыу иң беренсе урынға ҡуйыла. Бөтә мәсьәләләрҙе уртаға һалып хәл итәләр.
    Йылдар үтә тора, балалары ла, ҡанат нығытып, уҡырға, һөнәр алырға таралыша. Бөгөн һәр ҡайһыһының үҙ ғаиләһе, үҙ мәшәҡәттәре. Луиза Сафиулла ҡыҙы Русландың кәләше Гөлнараны ла ҡасандыр үҙен ҡәйнәһе йылы ҡабул иткән һымаҡ, үҙ ҡыҙылай ҡабул итә.Балаларының, ейәндәренең бәләкәй генә уңышы ла өләсәйгә ҙур шатлыҡ.
    • Мин иркәләнеп, наҙланып үҫкән ҡала ҡыҙы. Яҙмышымды ауыл егете менән бәйләрмен дә, ауылға килен булып төшөрмөн тип кем уйлаған? Ауылда, беләһегеҙ, көндәлек мәшәҡәттәр иртә таңдан башлана, ҡараңғы төшкәнсе дауам итә. Ҡәйнәм мине тормош нескәлектәренә төшөндөрҙө, ниндәйҙер эшем килеп сыҡмағанда ярҙам ҡулын һуҙҙы, әммә бер ҡасан да тауыш күтәрмәне, әрләмәне, - тип һүҙен дауам итә Гөлнара, - бөгөн дә ул минең ышаныслы таянысым. Луиза Сафиулловна оҙаҡ йылдар Ҡоръятмаҫ мәктәптә ашнаҡсы булып эшләй. Аҙыҡ тәмле һәм туҡлыҡлы булһын өсөн бар тырышлығын һала. Коллективта уны хөрмәт итәләр, тәмле аштары өсөн балалар бигерәк тә ярата. Хәҙер инде күптән пенсияла. Оло йәштә булһа ла, бер минут та ҡул ҡаушырып ултырмай. Йәй көндәрендә баҡсала эшләргә ярата. Ишек алдында, баҡсала яҙҙан көҙгә тиклем төрлө төҫтәге сәскәләр күҙ яуын алып ултыра. Йәм, йылылыҡ бөрккән атай йорто беҙҙе һәр саҡ үҙенә тартып тора, бында күңел тыныслана, йәнгә сихәт өҫтәлә.
    • Алия Уразбахтина.
      Читайте нас: