Апалы-һеңлеле Сара менән Динә Фазуллиналар Мәкәш ауылында йәшәүсе өләсәһе менән олатаһына ҡунаҡҡа барырға ашҡынып тора. Бында уларға бик тә рәхәт. Ишек алдында йүгерешеп уйнайҙар, бергәләп Асылыкүл буйына баралар, тәбиғәт ҡосағына ял итергә сығалар. Йәй көндәрендә өләсәй менән олатай үҫтергән йәшелсә-емеш менән һыйланалар. Ҡыҙҙар ҡунаҡ булып ҡына ҡалмай, уларға йәшелсәләргә һыу һибергә ярҙамлаша, көҙ картуф сүпләргә булыша. Ҡыш етһә, сана шыуыуҙары бигерәк оҡшай ҡыҙҙарға. Өләсәй менән олатай Сара менән Динәне һағынып көтөп ала, оҙатҡанда моңһоуланып ҡалалар, тиҙерәк ҡайтыуҙарын көтәләр.