+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Октябрь 2020, 17:40

Йөрәгемдән сыҡҡан рәхмәттәрем - ҡәҙерлеләремә

Бөгөн – Өләсәйҙәр һәм олатайҙар көнө.Ошо байрам уңайынан уларҙың яҡты иҫтәлектәре алдында тәрән ихтирам, оло ғорурлыҡ менән баш эйәм

Был донъяла төрлө байрамдар бик күп. Уларҙың рәсмиҙәре лә, шаяндары ла етерлек. Әле күптән түгел генә Ололар көнөн билдәләп үткәйнек, бөгөн, баҡтиһәң, атай-әсәйҙәребеҙгә, олатай-өләсәйҙәребеҙгә ихтирам күрһәтеү өсөн тағы бер етди сәбәп бар икән, сөнки бөгөн – Өләсәйҙәр һәм олатайҙар көнө.
Үҙем инде ике ейәнгә өләсәй булһам да, күптән баҡыйлыҡҡа күскән өләсәйем менән олатайымды юҡһыныу хисем кәмемәй, уларҙы һағынып, тәрән ихтирам менән иҫкә алам.
Нәнәйем менән ҡарттайым (әҙәби телдә түгел, ә үҙебеҙсә итеп яҙам) иҫкә төшкән һайын, алыҫта ҡалған бала сағым күҙ алдыма килеп баҫа. Нәнәйҙәрҙең йылы ҡулдарының, ҡарттайҙарҙың етди, шаян ҡараштарының ниндәй булыуын күреп үҫкәндәрҙең һәр ҡайһыһында тыуалыр был хис. Бала сағымдың күпселек өлөшөн мин әсәйемдең ата-әсәһе Фариха Аллаяр ҡыҙы һәм Ситдиҡ Камалетдин улы менән уҙғарҙым. Шул көндәремде иң бәхетле мәлдәрем тип иҫкә алам.
Фариха нәнәйем хәлле ғаиләлә тыуып-үҫкән, ә ете йәшендә етем ҡалған Ситдиҡ ҡарттайым уларҙың ғаиләһендә хеҙмәтсе булған. Үҫмер саҡтарында икеһенең йөрәгендә ҡабынған мөхәббәт хисен улар ғүмерҙәренең аҙағына тиклем һаҡлап ҡалды. Ҡарт өләсәйем менән ҡарт олатайымдың ҡаршы килеүҙәренә ҡарамаҫтан, улар ғаилә ҡорған. Яҙмыш иңдәренә һынауҙарҙы бер-бер артлы өйөп кенә торған. Туғыҙ балаға ғүмер биргәндәр. Уларҙың икәүһе кескәй саҡтарында уҡ вафат булған. Иҫән ҡалған етәүһен (өс улдарын һәм дүрт ҡыҙҙарын) тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Тотош илебеҙгә төшкән һынауҙарҙы ла татырға тура килгән уларға. Үҫмер саҡтарында Граждандар һуғышы йылдарында беҙҙең ауылда ла ҡаты алыштар булған. Унда Ситдиҡ ҡарттайым беренсе тапҡыр яраланған. Дүрт йылдан ашыу барған Бөйөк Ватан һуғышы һынауҙары ла урап үтмәгән. Ҡарттайымды яуға оҙатҡан нәнәйем дүрт бала менән тороп ҡалған. Ситдиҡ ҡарттайыма ике тапҡыр ҡара ҡағыҙ килгән. Шул ваҡыттарҙа нәнәйем ҡайғыларға бирешмәҫкә ҡайҙан көстәр алғандыр?! Уның шатлығына, балаларының бәхетенә күрә, яратҡан кешеһе, инвалидланып булһа ла, иҫән ҡайтҡан.
Уларҙың икеһе лә тырыш, эш һөйөүсән, намыҫлы, тыныс, балалары, ейәндәре өсөн өҙөлөп торған кешеләр ине. Нәнәйем аш-һыу нескәлектәренә төшөндөрһә, ҡарттайым ир-егеттәр эшенә өйрәтте. (Ә мин иһә, ни эшләптер, инвалид булған ҡарттайымды нығыраҡ йәлләгәнгәме икән, гел уның эргәһендә булдым. Шуғалыр инде, сүкеш тә тотам, бесәнен дә сабам, утынын да киҫәм-ярам, ат та туғарып-егә беләм).
Нәнәйем менән ҡарттайым 69 йылға яҡын бик татыу ғүмер итте. Мин уларҙың бер-береһенә асыуланып, үпкәләшеп ултырғандарын һис тә хәтерләмәйем. Бөгөнгө көндә Фариха менән Ситдиҡ Садиҡовтарҙың нәҫел ебен уларҙың ете балаһынан тыуған 22 ейән-ейәнсәре, 63 бүлә-бүләсәһе дауам итә. Уларҙың бөтәһе лә нәнәйем һәм ҡарттайым васыятын тотоп, үҙ-ара дуҫ һәм татыу йәшәй.
Ошо байрам – Өләсәйҙәр һәм олатайҙар көнө - уңайынан уларҙың яҡты иҫтәлектәре алдында тәрән ихтирам, оло ғорурлыҡ менән баш эйеп, беҙгә ошо матур донъяларҙы бүләк итеп, тормошта ситкә тайпылмай, тик тура юлдан атларға өйрәткәндәре, беҙҙе наҙ һәм йылылыҡ менән сорнап йәшәткәндәре өсөн ҙур рәхмәттәремде еткерәм! Уларҙың рухы беҙҙе күктәрҙән күҙәтеп, уңыштарыбыҙға һөйөнәлер, тип ышанам.
Ә беҙҙең арала йәшәгән иҫән-имен атай-әсәйҙәребеҙҙе, өләсәй-олатайҙарыбыҙҙы байрам менән ҡотлап, сәләмәтлек, оҙон ғүмер һәм яҡындарының иғтибарын, ихтирамын тойоп йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Шулай уҡ, форсаттан файҙаланып, уларға намыҫлы хеҙмәттәре, сыҙамлылыҡтары, беҙҙең менән бүлешкән тормош тәжрибәләре, изгелектәре һәм төплө аҡылдары өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ.
Читайте нас: