Иҫке Мерәҫ ауылында Гүзәлиә менән Нурислам Хәбиәхмәтовтарҙың нәнәй менән ҡартатай булыуына бер нисә йыл. Бер ейәнсәр, бер ейән уларҙың ҙур ҡыуанысы. Килеп төшһәләр, өй эсе гөрләп тора, донъя йәмләнә. Унан бергәләп ҡарт өләсәйгә – ауылдың үре осонда йәшәүсе Минегөл инәйгә баралар. Бүләсәләрен дә күреү шатлығын кисергән Минегөл инәй ҡунаҡтарҙы ихлас һыйлай, өҫтәл мул ризыҡтан һығылып тора. Өләсәйҙең һандығында ла бәләкәстәргә мотлаҡ тәм-том әҙерләп ҡуйылған була. Шулай булмай ни, хоҙай ғүмер биреп, бүлә-бүләсәләреңде күрергә яҙған икән, рәхәтләнеп ҡыуанып йәшәргә лә, йәшәргә.